

- Кисә Тыуған илде һаҡларға киткән егеттәргә кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар ебәрҙек, - тип хәбәр итә “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе. – Битараф булмағандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Айырыуса, “Тәүәкән” (етәксеһе- Д.У.Дәминдәров), “Дормост” (директоры – Р.С.Аракелян), “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәттәренә (О.Г.Николаев), “Асклепий” дарыуханаһына, “Секрет здоровья” медицина үҙәгенә (Г.Ғ.Мозафарова), шәхси эшҡыуар Т.А Ивановаға һәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт.
Башҡорт гимназияһы һәм Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусылары яҡташтарына изге теләктәр менән хаттар яҙҙы.