

Йәш ярымлыҡ баланың 6 метрлыҡ торбаға төшөп китеүен, уны ҡотҡарыуҙарын хәтерләйһегеҙҙер?
Ошо көндәрҙә баланы дауахананан сығарғандар. Ошо уңайҙан 84-се янғын-ҡотҡарыу часы эшсәндәре – баланы ҡотҡарыусылар уның хәлен белер өсөн өйҙәренә барып, сабыйға уйынсыҡ бүләк иткән.
Ә беҙ 2 сәғәт дауамында баланың ғүмере һәм һаулығы өсөн көрәшеүселәрҙең һәр береһенә – ҡотҡарыусыларға, ауыл халҡына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!
Әйткәндәй, табиптар һәм психологтар баланы тулыһынса ҡараған, һаулығы менән бер ниндәй ҙә проблемалар юҡ, тигән.