Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
28 Сентябрь 2022, 12:08

Епшек ҡар яуа

Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек була?

Епшек ҡар яуаЕпшек ҡар яуа
Епшек ҡар яуа

Алдағы көндәрҙә синоптиктар Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар яуыуын фаразлай. Урыны менән ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, -1, -6 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал, тип иҫкәрттеләр республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Кесаҙна, 29 сентябрҙә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Ямғыр һәм епшек ҡар, ел көнсығыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә, айырым райондарҙа секундына 18 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, көндөҙ һауа +2, +7 градусҡаса йылына.

Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән боҙлауыҡ булыуы, урыны менән томан төшөүе ихтимал. Күреү мөмкинлеге — 500-1000 метр.

Автор:
Читайте нас