

Районда өлөшләтә мобилизацияла ҡатнашыусыларҙы тантаналы шарттарҙа хәрби частарға оҙатыу дауам итә, бөгөн Мораҡ ауылында Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарынан тағы 75 ир-егет хәрби күнекмә үтер хәрби частарға юл алды.
Хәрби комиссариат алдына резервтағыларҙың яҡындары, туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре йыйылды.
Ватанды һаҡларға китеүселәрҙе оҙатыуға арналған митингыла район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары хәрби комиссары Ришат Әминев, дин әһелдәре сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла Ватаныбыҙ именлеген һаҡларға әҙер булған егеттәргә иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булһын, тип теләне.