Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентябрь 2022, 02:38

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына барыһы ла әүҙем ҡушылды

24 сентябрҙән 8 октябргә тиклем республикала ағас ултыртыу, тирә-яҡты таҙалау буйынса экологик акция үтә. Был мәртәбәле сараға барыһы ла әүҙем ҡушылды. "Ағинәйҙәр ҡоро" һәм "Оло эйек буйында" әҙәби берекмә ағзалары кисә "Мораҙым" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре менән бергә ҡарағай, миләш ағастары ултыртты. Ял итергә килеүселәр ҙә ҙур теләк менән акцияға ҡушылды, үҙенең ағасын ултыртты. "Килгән һайын ағасыбыҙҙы тәрбиәләп йөрөргә уйлайбыҙ",- тиҙәр улар. "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Гөлфиә Искәндәрова әйтеүенсә, ҡор ағзалары һәр ауылда ошо акцияла ҡатнаша, Башҡортостаныбыҙҙы, районыбыҙҙы, ауылыбыҙҙы йәшелләндереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Ағас ултыртҡандан һуң парк хеҙмәткәрҙәре мәмерйәгә экскурсия ойошторҙо. 

Автор фотолары.

"Йәшел Башҡортостан" акцияһына барыһы ла әүҙем ҡушылды
"Йәшел Башҡортостан" акцияһына барыһы ла әүҙем ҡушылды
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас