Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентябрь 2022, 03:23

Ҡуйбикә рухына ҡорбан салдылар

Йома көндө Түкәт ауылында йәмәғәтселек Ҡуйбикә рухына бағышлап салынған ҡорбан итенән ауыҙ итергә аят ашына йыйылды. Сығышы менән ошо ауылдан булған Вәлиулла Нурмөхәмәтов Ҡуйбикә ҡәберлеген кәртәләп алыуҙы ойошторғайны, әле уның рухына ҡорбан салдырған.  Сарала шулай уҡ район хакимиәте вәкиле Руслан Әхмәров, райондың имам -мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев, яҡташыбыҙ Сәрүәр Сурина ла ҡатнашты. "Ил -йортҡа - именлек" рухи эстафета башлап ебәргән мәҡсүттәр, Исем, Сирбай, Үрге Мөрсәләй ағинәйҙәре лә был сараға ҡунаҡ итеп саҡырылды. Тулы мәҡәлә район гәзитендә булыр.  

Йома көндө Түкәт ауылында йәмәғәтселек Ҡуйбикә рухына бағышлап салынған ҡорбан итенән ауыҙ итергә аят ашына йыйылды.

Сығышы менән ошо ауылдан булған Вәлиулла Нурмөхәмәтов Ҡуйбикә ҡәберлеген кәртәләп алыуҙы ойошторғайны, әле уның рухына ҡорбан салдырған. 

Сарала шулай уҡ район хакимиәте вәкиле Руслан Әхмәров, райондың имам -мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев, яҡташыбыҙ Сәрүәр Сурина ла ҡатнашты.

"Ил -йортҡа - именлек" рухи эстафета башлап ебәргән мәҡсүттәр, Исем, Сирбай, Үрге Мөрсәләй ағинәйҙәре лә был сараға ҡунаҡ итеп саҡырылды.

Тулы мәҡәлә район гәзитендә булыр.

 

Ҡуйбикә рухына ҡорбан салдылар
Ҡуйбикә рухына ҡорбан салдылар
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас