+28 °С
Болотло


Был аҙнала бөтә республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ағас ултыртыу буйынса "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтә.
Был сараның маҡсаты – экология мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, ауылдарҙың тирә-яғын йәшелләндереү, күркәм итеү, экологик хәлде яҡшыртыу.
Тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған Юлдыбай ауыл биләмәһе лә был акцияға әүҙем ҡушылды, бөгөн биләмә территорияһында ағас ултыртты.