Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Сентябрь , 16:55

Күпте күргән һуғыш балалары...

Атаһының фажиғәле яҙмышы хаҡында күҙ йәштәре аша һөйләй Камил бабай: разведчик Ғәлиулла Сәхиулла улы Харьков ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша, ошо ҡала янындағы  Савинцы, Шевченко ауылдарына разведкаға бара һәм һатлыҡ йәндәр арҡаһында немецтар ҡулына эләгә. Ҡыйыу һалдат юғалып ҡалмай, дошмандар ҡулына эләкмәһен өсөн кеҫәһендәге документтарҙы, картаны утҡа ырғыта. Бик ныҡ ҡаты язалауҙарға дусар ителеп, халыҡ алдында үлтерелә.  Күгәрсен ауылында йәшәгән Гөлсөм һәм Камил Ваһаповтарҙың еңел булмаған тормош юлы хаҡында сайтта уҡырһығыҙ. 

Күпте күргән һуғыш балалары...
Күпте күргән һуғыш балалары...

1939 йылда донъяға килгән Камил бабай. Атайлы булып, уның хәстәрлеген тойоп үҫергә насип булмай уға – 1903 йылғы атаһы Ғәлиулла Сәхиулла улы һуғыштың тәүге йылында уҡ ут эсенә инә. Ул һуғышҡа тиклем ултыртҡан ағастар уға тере һәйкәл булып, әлеге көндә лә Күгәрсен ауылында үҫеп ултыра.

 Атаһының фажиғәле яҙмышы хаҡында күҙ йәштәре аша һөйләй Камил бабай: разведчик Ғәлиулла Сәхиулла улы Харьков ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша, ошо ҡала янындағы  Савинцы, Шевченко ауылдарына разведкаға бара һәм һатлыҡ йәндәр арҡаһында немецтар ҡулына эләгә. Ҡыйыу һалдат юғалып ҡалмай, дошмандар ҡулына эләкмәһен өсөн кеҫәһендәге документтарҙы, картаны утҡа ырғыта. Бик ныҡ ҡаты язалауҙарға дусар ителеп, ауыл халыҡ алдында үлтерелә. Ерләргә ҡушмайҙар. Бары тик ике көндән һуң ғына Галина исемле уҡытыусы менән Кузьма исемле ҡарт татар егетен снаряд шартлағандан һуң хасил булған соҡорға алып барып, ҡар менән күмә. Яҙ еткәс, Галиналарҙың алма баҡсаһында ерләйҙәр.

 Атаһы һуғышҡа киткәндә Камил бабайға - 2, ағаһы Әбдрәхимгә – 17 (ул заманында Владивосток яғында 7 йыл хеҙмәт итеп ҡайта), ҡустыһы Ҡәүигә – 7 йәш була, иң бәләкәстәре Фәиз иһә ул киткән йылды ғына тыуа. Әсәһе Хәтимә Сәләхетдин ҡыҙына балаларын аяҡҡа баҫтырыу еңел бирелмәй, әммә тырыш ҡатын үҙе асыҡһа асыға, балаларын ас-яланғас итмәй. Таяныр таяныстары булмағанлығын бик иртә аңлаған малайҙар үҙҙәре лә бик тырыш булып сыға һәм быуындары нығыныр-нығынмаҫтан ҡул араһына инеп, ауыр эшкә егелә. Артыҡ уҡыу ҙа эләкмәй, әлбиттә, Камил бабай 4-се класты бөтөп, 5-кә күскәс тә “Август”колхозына эшкә сыға.

 - Ул заманда берәүҙең дә тормошо еңелдән булманы инде, бәрәңге, үлән менән тамаҡ туйҙырҙыҡ, - ти ул.

 1957 йылдың 6 авгусында алты тиҫтер - Күгәрсендән ике (берәүһе - Камил бабай) , Ҡыҙылташтан ике, Санъяптан һәм Ҡасҡындан берәр үҫмер Сирбай ауылы эргәһендә урынлашҡан ит әҙерләү базаһынан Өфө ҡалаһына 300-ләп баш эре малды ҡыуып алып баралар.

 Мәләүез - Федоровка – Миәкә - Раевка яҡтарынан барып, артабан Дим йылғаһы буйлап ҡыуалар улар малды. 35 көнгә һуҙыла был михнәтле юл. Көнө буйы малды ашата-ашата баралар ҙа, төнгөлөккә ял итергә туҡтайҙар. Дүртәүһе йоҡлаған арала, ике үҫмер ҙур көтөү тирәләй аяҡ өҫтө йөрөп һаҡлай. Бәхеттәренә күрә, ул йылды көндәр йылы тора, артыҡ өшөмәйҙәр. Кеше ул ваҡытта шул тиклем яҡшы күңелле була – ҡайһы бер ауылдарҙа “малығыҙҙы беҙҙең ишек алдына индереп бикләп тороғоҙ” тип төнгөлөккә үҙ ихаталарына индергәндәр ҙә осрай. Көндөҙ иһә алдан арба егелгән үгеҙ менән бер үҫмер бара, был арбаға уларҙың ашар ризыҡтары, яҫтанып ятыр ҡаралтыһы тейәлгән. Ҡалғандар көтөүҙе дүрт яҡлап уратып ҡыуа. Юлда, әлбиттә, малдың аяғы һынған йә башҡа төрлө ҡазаланған осраҡтары ла була, уларҙы юлда осраған ашханаларға тапшырып, был хаҡта белешмә ҡағыҙҙары алалар. Баш ҡалаға килеп еткәс, яңы төҙөлгән күпер аша малды сығарыу өсөн һәр башҡа айырым түләргә кәрәклеге асыҡлана. Ит әҙерләү контораһы һәр баш мал өсөн күпме түләгәндер – быныһын геройыбыҙ хәҙер инде иҫләмәй. Барып етеп, малды тапшырғас, районға шылтыраталар һәм уларҙы көплө машина килеп ала.

 Оҙон юлда йөрөп ҡайтҡандан һуң егет Күмертауға юллана, ундағы автомотоклубта шофер һөнәрен үҙләштерә, “амфибия” тип йөрөтөлгән һыуҙа ла, ҡоро ерҙә лә йөрөй алған техниканы йөрөтөргә өйрәнә һәм колхозға ҡайтып эш башлай.

 1958 йылдың мартында армияға алына. 1949-1963 йылдарҙа Ҡаҙағстандың  Семипалатинск ҡалаһында ядро ҡоралын һынау полигоны була. Бәхетһеҙлеккә күрә, яҡташыбыҙ тап шунда эләгә. Армияға тиклем алған һөнәре бик тә ярап ҡала – “Н-2”, “М-16” тигән тягачтарҙы ауыҙлыҡлай, “амфибия” ны ла йөрөтә. Юғары радиация хәүефле зонала өс йыл ярым хеҙмәт итеү дәүерендә күп тапҡырҙар радиоактив нурланыш алып, һаулығы ҡаҡшап ҡайтһа ла, ҡайтыу менән йәнә колхоз эшенә егелә. Тирмәнсе лә була, иген ағыулауҙа ла йөрөй, фермала һауылған һөттө һаҡлау өсөн оло-оло шандарҙа (ҙур тимер һауыттарҙа) боҙ ҙа туңдыралар, Абысҡан, Ҡыҙылташ яғында йәйләүҙә ятҡан малсыларҙы ла йөрөтә. 1975 йылғы ҡоролоҡ ваҡытында райондан бер төркөм колхозсылар менән бергә Красноярск өлкәһенә һалам пресларға барып ҡайта. 1999 йылда хаҡлы ялға киткәнсе үҙе йөрөткән “ГАЗ-51”, “ГАЗ-53”, “ГАЗ-69” машиналары менән меңәрләгән саҡрымдар уҙа ул.

 “Әсәйемдән күрмәгән ҡәҙерҙе бейемемдән күрҙем”

 1943 йылда донъяға килгән Гөлсөм инәйгә лә бала саҡтан нужаның ни икәнен үҙ елкәһендә күп татырға тура килә. Атаһы Ғөбәйт Маннановтың ике ҡатыны була. Улар бер ишек алдында ике өйҙә йәшәй. Ике ғаиләлә – етешәр бала. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла тормош ауыр була – Гөлсөм инәйҙең әсәһе Миңлекәй балалары менән эсле-тышлы һыланған ситән өйҙә ғүмер итә. Ашау яғы ла таҡы-тоҡо ғына... Кейәүгә сыҡҡан оло апаһы Ғилмиямал (ул һуғыш йылдарында тракторсы булып эшләй), әсәһе менән туғандарының хәлен бер аҙ булһа ла еңеләйтеү маҡсатынандыр инде, Гөлсөм һеңлеһен үҙҙәренә алырға ҡарар итә. Бәхеткә күрә армиянан бер күҙһеҙ ҡайтҡан еҙнәһе Мөхлис Ғүмәров та изге күңелле кеше булып сыға – 5 йәшлек балдыҙын үҙҙәре янына һыйындырыуға һис ҡаршы булмай. Улар ҡарап үҫтергән Гөлсөм аҙаҡ инде уларҙың бер-бер артлы тыуған балаларын ҡараша, донъяларына күҙ-ҡолаҡ була.

 6-сы класты тамамлағандан һуң ҡыҙ колхоз эшенә егелә (был ваҡытта күмәк хужалыҡ “Сталин” колхозы тип атала). “Юҡлыҡ заманы булһа ла, шул тиклем күңелле ине, эштең ауырлығы һиҙелмәне лә”, - ти ул.

1961 йылда уны Камил исемле егет менән таныштыралар. Үтә баҫалҡы, әммә сәскәләй сибәр ҡыҙ үҙенең яғымлылығы менән егеттең күңел түренә үтеп инә һәм ул эште оҙаҡҡа һуҙмай, ғаилә ҡорорға тәҡдим яһай. Апай менән еҙнә ҡулында мәңге тора алмаҫмын, үҙ оямды ҡорорға кәрәктер, тип ҡыҙ риза була. Егет тураһында ауылдың иң әйбәт, донъя көтә торған кеше тип әйтеүҙәре лә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә.

- Бейемем Хәтимә шул тиклем дә әйбәт булды. Балалары күмәк булғас, үҙ әсәйем дә ул тиклем хәстәр күрһәтә алмағандыр. Эштән ҡайтыуыма ризыҡтарын бешереп, иң тәмлеһен миңә әҙерләп ҡуйыр ине. Уға рәхмәттәремде әйтеп бөтөрөрлөк түгел! Бик татыу булдыҡ.

 Ирем дә яҡшы булды, Аллаға шөкөр. Һәр эште бергәләп эшләнек, әле лә шулай. Һаулыҡ яғы ҡаҡшағас оло малды бөтөрһәк тә, ҡош-ҡорттан өҙөлмәйбеҙ. Балалар эшләмәгеҙ, үҙегеҙҙе арытмағыҙ тиһәләр ҙә, тик торғо килмәй шул. Бына бөгөн еләктәрҙе күсереп ултырттыҡ, - ти Гөлсөм инәй.

 Уның да бар ғүмере хеҙмәттә үткән – колхоздың емеш-еләк баҡсаһында эшләгән. Заманында был баҡсала нимә генә үҫтермәй улар – ҡыяр, кишер, кәбеҫтә, ҡарағат, ҡурай еләге, алма һ.б. Әйткәндәй, был хужалыҡ районда иң тәүгеләрҙән булып миллионер хужалыҡҡа әйләнә.

Ҡыҙлы йорт – наҙлы йорт

 Сәскәләй дүрт ҡыҙға ғүмер биргән Ваһаповтар. Иң ҙурҙары Гөлмирә менән иң кеселәре Альбина тормош иптәштәре менән икешәр балаға ғүмер бирһә, Гөлфиә менән Гөлнара ирҙәре менән өсәр бала – икешәр ул, берәр ҡыҙ үҫтерә.

 Дүртәүһе лә район үҙәгендә төпләнгән, гөлдәй итеп донъя көтәләр. Ата-әсәләренә оҡшап егәрле, тырыш һәм баҫалҡы улар. Нимәгә генә тотонһалар ҙа ҡулдарынан гөл тама, тиҙәр улар кеүектәр хаҡында. Йәш саҡтарында әсәләренә ҡушылып нисәмә тиҫтә шәл бәйләгәндәрҙер – уның иҫәбен-һанын юғалтҡандар. Аш-һыуға булған оҫталығын да ҡыҙҙарына биргән Гөлсөм инәй - улар ҙа әсәләре кеүек телде йоторлоҡ ризыҡтар әҙерләп, яҡындарын ҡыуандырырға яраталар.

- Ҡыҙҙарыбыҙҙан да, кейәүҙәребеҙҙән дә, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙән дә уңдыҡ, хәҙер инде бүлә-бүләсәрҙәр һөйөп ҡыуанабыҙ. Иң ҙур бәхет шул инде беҙҙең өсөн, - тиҙәр Ваһаповтар.

автор: Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас в