Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь , 20:19

Рәсәй  һәр ваҡыт үҙ илен, үҙ халҡын һаҡлаған һәм һаҡлаясаҡ

Бөгөн илебеҙ Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Ул илдә өлөшләтә мобилизация буласаҡ тине. Уның был ҡарарына ҡарата Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина үҙ фекерен белдерҙе.

Рәсәй  һәр ваҡыт үҙ илен, үҙ халҡын һаҡлаған һәм һаҡлаясаҡ
Рәсәй  һәр ваҡыт үҙ илен, үҙ халҡын һаҡлаған һәм һаҡлаясаҡ

– Ҡырымдың Рәсәй составына ҡайтыуы бер яҡлы донъя картинаһын емерҙе. Беҙ Рәсәй иленең көслө, берҙәм ил икәнлеген дәлилләнек. Рәсәй  һәр ваҡыт үҙ илен һәм сиктәрен, дәүләт  мәнфәғәттәрен һәм үҙ халҡын һаҡлаған һәм һаҡлаясаҡ. Бөгөнгө көндә Луганск халыҡ республикаһы, Донецк халыҡ республикаһы, Запорожье, Херсон өлкәһе үҙ киләсәген билдәләй. Был республикаларҙың халҡы артабан нисек йәшәргә, ниндәй тормош һайларға, балаларын нисек тәрбиәләргә, тыныс илдә йәшәргә, үҙ туған телендә һөйләшергә тигән ихтирамға лайыҡлы ҡарарҙар ҡабул итә икән, был - уларҙың  алыштырғыһыҙ хоҡуғы. Һәм улар тулы ышаныс менән әйтә ала: арттарында ҙур терәк – күп милләтле Рәсәй, Рәсәй халыҡтары, Рәсәй мәҙәниәте.

Бөгөн Украинала илебеҙ дәүләтебеҙҙең хәүефһеҙлеген, дәүләт сиктәрен генә һаҡламай, ул коллектив көнбайышҡа ҡаршы тора. Коллектив көнбайыш Украинаға заманса ҡорал биреп, башкиҫәрҙәрен ебәреп, мәғлүмәти һуғыш алып барып, хатта йәҙрә ҡоралын ҡулланыу менән янап, илебеҙҙе көсһөҙләндерергә, халыҡтар араһына ғауға-талаш индерергә, тарҡатырға һәм юҡҡа сығарырға теләй. Ләкин илебеҙҙең Президенты һәм илебеҙ халҡы көнбайыш донъяһына тура ҡарап әйтә: беҙ үҙебеҙҙе лә, үҙебеҙҙең ватандаштарыбыҙҙы ла һаҡларбыҙ, неонацизмдың яңырыуына юл ҡуймаҫбыҙ. Онотмаһын донъя: кем беҙгә ҡорал менән килә, үҙе ҡоралдан башын һалыр! - тине ул. 

Автор:
Читайте нас в