+11 °С
Болотло
Кисә киске сәғәт туғыҙҙа 84-се янғын-ҡотҡарыу часына йәш ярымлыҡ баланың торба эсенә төшөп китеүе тураһында хәбәр килә. Ҡотҡарыусылар тиҙ генә ғәҙәттән тыш хәл урынына барып етә. Торбаның диаметры 30 сантиметр һәм тәрәнлеге 6 метр булған. Ҡотҡарыусылар һәм ауыл халҡы тырышлығы менән баланы иҫән-имен сығара алғандар һәм табиптар ҡулына тапшырғандар. Хәҙер бала менән бөтәһе лә яҡшы.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Бәләкәс балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.