Ул мәктәптән һуң Өфө урман техникумын тамамлай. 1978 йылда ҡулына диплом алған йәш белгесте Кананикольск урман хужалығының Иван-Ҡыуалат урмансылығына техник-урмансы итеп эшкә ебәрәләр.
Оҙаҡ эшләп өлгөрмәй бында егет, күп тә үтмәй әрме сафына алына. Түбәнге Новгород өлкәһендә ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас та һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Был юлы инде ул алыҫ китмәй, үҙебеҙҙең район үҙәгенә юллана. Күҙҙәренән осҡон сәсеп торған, эште һағынып ҡайтҡан йәш һалдатты Күгәрсен урман хужалығының Мораҡ урмансылығына ҡуш ҡуллап эшкә алалар.
Урмансылыҡ директоры Петр Гусев Свердловск өлкәһендәге Урал урман техник институтына уҡырға инергә тәҡдим итә. Йәш саҡ – дәртле саҡ, Вәхит ағай ҙа алыҫ, күрмәгән-белмәгән ҡала тип тормай, тәүәкәлләп уҡырға юллана.
1984 йылда ҡулына юғары белемгә эйә булыу хаҡында диплом алып ҡайтҡан яҡташыбыҙ хеҙмәт юлын Эйек урмансылығында дауам итә, 1989 йылда иһә Мораҡҡа эшкә күсерелә. Ошо йылдар эсендә ойошма ике-өс тапҡыр үҙгәртелеп ҡорола, әммә уларҙың төп бурысы – урманды һаҡлау шул килеш ҡала.
2005-2007 йылдарҙа Вәхит ағай “Коммуналь хужалыҡ идаралығы” предприятиеһында, “Дом-сервис” йәмғиәтендә инженер-хисапсы булып эшләй. Әммә йәшләй генә һайлаған һөнәренән бөтөнләй үк айырыла алмай ул, күңеле менән һаман да урман-ҡырҙарға, иркенлеккә тартылғас, 2008 йылда яратҡан эшенә кире әйләнеп ҡайта. Күгәрсен урмансылығында әйҙәүсе белгес-эксперт, өлкән дәүләт урман инспекторы вазифаларын башҡара.
Бөгөнгө көндә Вәхит Мәхмүт улы хаҡлы ялда, әммә һаман да яратҡан эшенән айырыла алмай - Күгәрсен урмансылығында участка урмансыһы булып эшләүен дауам итә. Уға ышанып тапшырылған урман фондында һуңғы йылдарҙа ыңғай үҙгәрештәр булған: 400 гектарҙан ашыу майҙанда ылыҫлы ағас культуралары ултыртылған, шулай уҡ үҙән-һыҙа урындарҙа, баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттарында ағас ултыртыу эштәре башҡарылған. Урмандарҙың санитар торошона ҙур иғтибар бүлә ул, төрлө тикшереүҙәр үткәрә, урман ауырыуҙарын асыҡлай, ағас ҡырҡыу өсөн билдәләнгән урындарҙың дөрөҫлөгөн тикшерә һ.б.
Үҙ эшенә намыҫ һәм юғары яуаплылыҡ менән ҡараған, районыбыҙҙың урман фондын һаҡлауға һәм арттырыуға ҙур өлөш индергән урмансының хеҙмәте Рәсәй
Урман хужалығы федераль агентлығының, БР Урман хужалығы министрлығының һәм район хакимиәте башлығының маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Бынан тыш, хеҙмәт ветеранының күкрәген “РФ дәүләт урман һағындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн” билдәһе биҙәй.
Йәнә шуны билдәләп үтеү зарур: Вәхит Мәхмүт улы нисәмә тапҡырҙар ҡан тапшырып, күптәргә ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән һәм хаҡлы рәүештә “Рәсәйҙең почетлы доноры” исемен йөрөтә.
***