

Был эшкә нисек тотоноп китеүе тураһында бына нимәләр һөйләне Эдуард Бәҙретдин улы:
- Бөтәһе лә бына ошо ҡапҡанан башланды, - тип йылмая ул үҙенең ҡапҡаһына күрһәтеп. - 2011 йылда өй төҙөр өсөн участка эҙләй башланым. Түбәнге Һапаш ауылын оҡшаттыҡ, был ерҙәр тыуған еремдән дә алыҫ түгел, тағы тап Ағиҙел буйында йәшәге килде. Өйҙө төҙөп бөткәс, ҡатыным менән йортобоҙға күсеп килдек.
Был эш менән электән мауыға торғайным тип әйтә алмайым. Үҙенән үҙе килеп сыҡты. Аҡсаны экономиялау маҡсатында ҡапҡаны үҙем эшләп ҡуйырға булдым. Матур ғына килеп сыҡты. Күршеләр эшемде күреп, беҙгә лә эшләп бир әле, тигән үтенес менән мөрәжәғәт итте. Аҙаҡ ҡыҙыҡ күреп тағы бер ике әйбер эшләп ҡараным һәм ошо кәсепкә тотоноп киттем, - ти оҫта.
Ошо өлкәлә яңы эш башлаусыларға материалдар ҙа, станок һәм башҡа кәрәк-яраҡ алыуы ла ауырға төшә:
- Инструменттарҙан тәүҙә болгарка, иретеп йәбештереү аппараты ғына бар ине. Һуңғараҡ компрессор, краскопуль алдым. Уҙған йылдың декабрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнаштым. Минең тимерҙән ҡойма-ҡапҡалар эшләү проектын унда хупланылар һәм ярҙам итергә вәғәҙә иттеләр. Үҙемдең 700 меңгә яҡын аҡсамды был эшкә һалғайным инде, шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн 250 мең һум күләмендә адреслы социаль ярҙам күрһәттеләр. Ошо аҡсаға тимер-пресслау машинаһы һатып алдым, - ти мәҡәлә геройы. – Эште киңерәк йәйелдерергә, етештереү күләмен арттырырға пландарым бар ине, әммә илдәге иҡтисади хәлгә, пандемиянан һуңғы көрсөккә бәйле әлегә был хыялдарҙы кисектерергә тура килде. Һуңғы арала хаҡтар артып китте. Металл, поликарбонатты ҡаланан алам. Үҙемдең клиентарым өсөн минималь хаҡ ҡуйырға тырышам, хаҡтар комплектацияға ҡарап билдәләнә. Заказдарҙы күбеһенсә Ишембай, Салауат, Мәләүез ҡалалары һәм яҡын тирәләге ауылдарҙан бирәләр. Яңыраҡ Хоҙайбирҙиндәге “Юлаусы” намаҙ уҡыу йортона таянғыстар эшләнем.
Эшләнәсәк әйберҙең эскизын үҙем һыҙам, әгәр клиент интернеттан әҙер һүрәт тәҡдим итһә, уның бөтә теләген үтәргә – нисек кәрәк, шулай шулай эшләргә тырышам. Әле лофт стилендә мебель эшләп ҡарарға хыялланам. Һуңғы йылдарҙа ошо стилдә кафе-ресторандарҙы, йорттарҙы һәм йәмәғәт урындарын биҙәйҙәр. Был стилдә эшләүселәр тәбиғи материалдарҙы, ябай формаларҙы ҡуллана, - тип пландары менән уртаҡлашты эшҡыуар.