

Санъяп ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны Йәмил Әхмәтғәлим улы Түләбаев үҙенең 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләне.
Йәмил Әхмәтғәлим улы – күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле.
Һуғыш йылдарында аслыҡ-яланғаслыҡты кисергән, ауыр эштә сыныҡҡан, колхозда тракторсы, комбайнсы, һуңынан тракторсылар бригадаһы бригадиры, бүлексә етәксеһе, аҙаҡ, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Алмалы урман хужалығында урмансы булып эшләгән көслө быуын вәкилен Санъяп ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәниә Ғәлина ҡотланы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, район хакимиәте башлығы Марат Исҡужиндың, ауыл биләмәһе хакимиәтенең ҡотлау хаттарын, иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
Үҙенең 90 йәшен Йәмил Әхмәтғәлим улы балалары, туғандары, яҡындары менән ҡаршы алды. Был иҫтәлекле көн уңайынан бергә йәшәгән ҡыҙы Эльвира менән кейәүе Рәшит Ҡаразбаевтар атайҙары һаулығына ҡорбан салдырып, бөтә туғандарын ҙур табынға йыйҙы. Ҡәҙерле аталарын оло юбилейы менән ҡотларға йыйылған балалары “атай” тип өндәшә алыуҙары менән бәхетле. Йәмил Әхмәтғәлим улына һәм уның балаларына иҫәнлек-һаулыҡ, имен тормош теләйбеҙ!