Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Сентябрь 2022, 06:42

"Хәрби кеше булырға хыялландым"

Замандаш “Йөрәктәге йырҙы йолҡоп ташлап булмай...”  Юғары белемле белгес булып эшкә ҡайтып, район тамашасыһын әсир иткән моңло тауышлы был ҡыҙҙы Юлдыбай һандуғасы тип йөрөтәләр. Эйе, ысынлап та, үҙенә генә күрә хас моңо, тауышы менән күптәрҙең күңеленә үтеп инде ул. Мин Гүзәлиә менән телевидениела эшләгән саҡта таныштым. Риф Бикбаев менән башҡарған “Һүндермә күк нурын” тигән матур бер йырға клип әҙерләгәйнек. Шунда хайран ҡалғайным да инде: ошо хәтлем дә моңло тауышлы бала район сәхнәһе менән генә мөрхәтһенә микән ни?! Әлбиттә, кешегә ҡайҙа, ниндәй ризыҡ яҙғаны бер Хоҙайға ғына билгеле. Тырыш ҡыҙыҡайҙың байтаҡ йырҙары республика райдиоһында ла даими яңғырай.

"Мораҙым" гәзитендә баҫылған мәҡәләнән өҙөк:

“Хәрби кеше булырға хыялландым...”

  Юлдыбай ауылында йәшәгән Лира Ғәрифйән ҡыҙы менән Зөбәйер Рәхмәтулла улы Миңлебаевтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә моңло ҡыҙ. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, 5-11 кластарҙа иһә Яңы Хвалын мәктәбендә  уҡый.

Бала саҡ ынтылышына тоғро ҡалып, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетына юллана.

- Бала сағымды йыш ҡына һағынып иҫкә алам. Беҙҙең осор балалары, дөрөҫөн әйткәндә, урам буйында үҫте. Кеҫә телефондары юҡ, рәхәтләнеп ҡараңғы төшкәнсе футбол тибәбеҙ, “Тәпешкә алыштырыш”, “Бандиттар һәм полицейский” булып та уйнайбыҙ. Көн һүрелеп, нишләп һаман ҡайтмайһығыҙ тип әрләнгәс кенә, ҡайтып китә инек.

  Өләсәйемдең Совет заманынан ҡалған ҙур тәгәрмәсле велосипеды була торғайны. Шуның рүлен бер кеше, “сидүшкәһенә” бер кеше, багажниғына таҡта һалып тағы бер кеше ултырабыҙ, дүртенсебеҙ баҫып ишә . Шулайтып өйөрөбөҙ менән тейәлешеп йөрөй торғайныҡ. Ул сәпиттең ныҡлығына һаман иҫем китә, - ти Гүзәлиә бала саҡ йылдарын хәтерләп.

Тәүге уҡытыусыһы Фирҙәүес Сәлимйән ҡыҙы Сунарчина биргән һабаҡтар ҙа уның тормошонда әһәмиәтле була. Уҡырға төшмәҫ борон уҡырға ла, яҙырға ла, һанарға ла, хатта вата-емерә булһа ла, инглизсә лә һупалаған ҡыҙға уҡытыусылар ҙа ҙур өмөт бағлай.

- Бер бөртөк кенә бер туған апайым Айгөл минән һигеҙ йәшкә өлкән. Уның менән уҡыусы-уҡытыусы булып уйнаныҡ. Ауыл мәктәбенең эргәһендә генә йәшәбеҙ, теге оста йәшәгән иптәштәремдең шаяра-һуғыша күңелле итеп дәрестән ҡайтҡанын күреп, нишләп беҙ ҙә алыҫ йәшәмәйбеҙ икән тип, күҙем ҡыҙа торғайны.

  Бала сағым шул хәтлем матур ваҡытҡа тура килде минең. Йырсыларҙы күреп, минең дә улар һымаҡ булғым килде. Хатта үҙемде белер-белмәҫтән тигәндәй, көҙгө алдына ултырғыс ҡуйып менеп баҫам да, сәсте туҙҙырып ебәрәм; ҡулға тараҡ йә  дезодорант һауыты тотоп,  кассетанан отоп алған йырҙарҙы йырлайым.

  Үҫә төшкәс, хәрби кеше булғым килде.  Әммә ул хыял оҙаҡ йәшәмәне. Апайымдан күреп, минең дә уҡытыусы булғым килде. - Шулай итеп, ҡыҙыҡай мәктәпте тамамлағас, күңеле ҡушыуы буйынса БДПУ-ға уҡырға инә.

“Минең өсөн матурлыҡ - ул кешенең эске матурлығы...”

 - Күңеле матур кеше үҙе лә һәр ваҡыт матур күренә, нур бөркә, ышанысты яулай. Һәм матурлыҡ - ул, әлбиттә, сәнғәт. Мин сәнғәткә ғашиҡ кеше. Сәнғәтһеҙ йәшәй ҙә алмаҫмын, моғайын. Күңелдәге бөтә хистәремде йырға һалып өйрәнгәнлектән, йырламайыраҡ торһам, эсем боша башлай.

  Әйтеүемсә, телем асылмаҫ борон уҡ иҫке магнитофонға ҡушылып мөңгөрләп йөрөгәнмен мин. Хатта әсәйемдәр ҡыҙыҡ күреп кассетаға яҙҙырып та алғандар ошолай көйләп йөрөгәнемде. Ә тараҡ тотоп, ялбырлап йырлап торғанымды үҙем дә иҫәйлем (көлә).
  Ғаиләмдә йыр-моңға ғашиҡ кешеләр күп. Ҡартатайым - әсәйемдең атаһы – йырлаған, әсәйем үҙе лә бик моңло тауышлы, гармунда ла уйнай, бейей ҙә. Атайым иһә ҡурайсы, гармунда ла һыҙҙыра. Ваҡытында атай-әсәй икәүләшеп Юлдыбай мәҙәниәт йортоноң сәхнәһенән төшмәнеләр. Спектакль булһынмы, концертмы - бер нимә лә уларһыҙ үтмәй. Шулай уҡ атайымдың бер туған апаһы -Мораҙым ауылында йәшәүсе Зөмәрә  инәйем Ҡотлогилдинаны барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер, ул да шул тиклем матур итеп оҙон көйҙәр башҡара.

 Әйткәндәй, оҙон көйгә мин унан өйрәндем. "Һандуғас" башҡорт халыҡ йырын өйрәнеп йөрөгәнемдә миңә бик файҙалы кәңәштәрен бирҙе, дөрөҫ итеп йырлап та күрһәтте.

 Айгөл апайым да бик моңло йырлай, "Күгәрсен һандуғасы" бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урын да алды. Әлеге ваҡытта 3 йәшлек ҡыҙым йәнһүрәттәрҙәге бөтә йырҙарҙы ятлап алып, яңғыратып йырлап йөрөй. Шуға күрә, йыр-моң беҙҙең ҡанда бар тип ҡыйыу әйтә алам, - тип ғорурлана Гүзәлиә. – Ә ҙур сәхнәгә мин йыр менән түгел, бейеү менән күтәрелдем. Ғаиләбеҙ менән төрлө ярыштарҙа ҡатнашып йөрөгән саҡ, атайым ҡурайҙа уйнай, апайым менән әсәйем, бәләкәс кенә мине уртаға ҡуйып, бейейбеҙ. Мин уртала ғына тормай, әсәйемә табан һырынам да китәм, һырынам да китәм. Видеояҙмаларҙы ҡарап көлөп алабыҙ әле һаман.

Йыр менән сәхнәгә иһә мәктәптә уҡый башлағас ҡына сыҡтым. Үҙебеҙҙең  район сәхнәһе булды инде беренсе яулаған сәхнәм. “Бәпес йыры” кассетаһынан отоп алған “Был - минең тыуған ерем”  йыры булды иң тәүге башҡарған йырым.

"Хәрби кеше булырға хыялландым"
"Хәрби кеше булырға хыялландым"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас