+28 °С
Болотло


Бөгөн район китапханаһында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаттары Ғәлиә Әлимғужина һәм Зөлфиә Хәйбуллина менән ижади осрашыу булды. Ғәлиә Әхәт ҡыҙы "Күңелем моңо" тип исемләнгән тәүге китабын ҡулына алһа, Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙының һигеҙенсе китабы донъя күрҙе.
Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға "Ағиҙел" журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбаев та килде.
Ижади осрашыу тураһында тулы мәҡәлә район гәзитендә донъя күрер.