Мораҙым
+22 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентября 2022, 05:03

Хоҙайбирҙин ауылы - "Айыҡ ауыл-2022" конкурсы ҡатнашыусыһы

Һарысайҙың беренсе көнөндә үк "Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсының район этабы старт алды. Быйыл был мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыусылар айырыуса күп булыр тигән өмөт бар. Әйткәндәй, былтыр "Урта ауылдар" номинацияһында район буйынса беренсе урын яулаған Хоҙайбирҙин ауылы конкурста быйыл да үҙ көсөн һынап ҡарамаҡсы. Һис шикһеҙ, улар булдырыр тигән өмөт бар. Район ҡапҡаһы булып иҫәпләнгән был төбәктә ысын мәғәнәһендә хеҙмәт һөйгән, эшсән халыҡ йәшәй.   

Хоҙайбирҙин ауылы - "Айыҡ ауыл-2022" конкурсы ҡатнашыусыһыХоҙайбирҙин ауылы - "Айыҡ ауыл-2022" конкурсы ҡатнашыусыһы
Хоҙайбирҙин ауылы - "Айыҡ ауыл-2022" конкурсы ҡатнашыусыһы

11 сентябрҙә билдәләнгән Айыҡлыҡ көнөндә хоҙайбирҙиндар конкурс сиктәрендә беренсе эстафета ойошторҙо. Олоһо ла, кесеһе лә берҙәм ҡатнашҡан сара күтәренке рухта үтте. "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы инәйҙәре лә спорт ярышынан ситтә ҡалманы, йәштәр менән бергә старт һыҙығына баҫты. 

Ялсы ауыл биләмәһе башлығы Ирек Юдаев ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, маҡтау грамоталары тапшырҙы. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас