

“Матурлыҡ – ул эстән килә, күңелдән. Кешенең күңеле матур икән, тәү ҡарағанда килбәтһеҙ һымаҡ булһа ла, матурлығы барыбер өҫкә сыға. Күңеле таҙа булғас, ул барыбер ҙә яйлап-яйлап булһа ла, ялтырап торған саф алтынға әүерелә”.
Беҙҙең зирәк аҡыллы халҡыбыҙҙа ла матурлыҡ тураһында бик күп мәҡәл-әйтемдәр бар. Матурлыҡ төшөнсәһен боронғолар өс ҡалыпҡа бәйләгән: эштә лә, яуҙа ла тоғро дуҫы булған атына, үҙе тыуып үҫкән төйәгенә, уның тәбиғәтенә һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙға.
Ҡатын-ҡыҙ матурлығы ла халыҡ мәҡәлдәрендә киң сағылыш тапҡан: буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур; матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк; буянғандың буяуы матур, буяуһыҙҙың үҙе матур; үтә буянғандан күңел болғанған;
Күреүебеҙсә, халҡыбыҙҙың зирәк аҡылы электән тәбиғи матурлыҡҡа өҫтөнлөк биргән, һау-сәләмәт тәнде, таҙа рухты, баҫалҡылыҡты, оялсанлыҡты ихтирам иткән.
Ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләгәндә лә бөхтәлеккә, тыйнаҡлыҡҡа, йыйнаҡлыҡҡа баҫым яһаған: ҡыҙ яҡшыһы ҡылыҡтан билгеле; яҡшы ғәҙәт әҙәм итер, яман ғәҙәт әрәм итер; ҡыҙҙы ҡырҡ ерҙән тый. Матурлыҡ төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай, үҙенсә ҡабул итә.
Һүрәттә: "Өләсәйҙең күңел һандығы" сараһынан күренеш.