Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2022, 05:19

"Күңелең матурлыҡты тоймаһа, йәшәүҙең дә мәғәнәһе юҡ"

Бөгөн - Бөтә донъя матурлыҡ көнө Сибәғәт Рахманғолов, башҡорт журналисы: - Матурлыҡ нимә ул тинең дә, аптырап ҡалдым. Тәү ҡарашҡа ябай ғына һорау кеүек. Анау алтын нурҙары менән күҙҙәрҙе иркәләп сығып килгән ҡояш матурлыҡ түгелме ни? Дымға сарсаған еребеҙҙе сафландырып сылатып киткән ләйсән ямғыры ла матурлыҡ.  Көҙ биҙәге - һары япраҡтарҙы ҡыштырҙатып ҡала паркы буйлап атлаған ғашиҡ парҙарға ла һоҡланмау мөмкин түгел! Сыр-сыу килеп сумкаларын һелтәй-һелтәй мәктәптән ашыҡҡан малай-ҡыҙҙар һуң?! Их, шул саҡтарға ҡайтҡы килә бит бер әйләнеп. Эй-й, һанай китһәң, бөткәнме ни донъяла матурлыҡ? Мәгәр ошо матурлыҡтары күрер өсөн күңел матурлығы булыу кәрәк күрәһең. Күңелең матурлыҡты тоймаһа, йәшәүҙең дә мәғәнәһе юҡтыр ул.

"Күңелең матурлыҡты тоймаһа, йәшәүҙең дә мәғәнәһе юҡ""Күңелең матурлыҡты тоймаһа, йәшәүҙең дә мәғәнәһе юҡ"
"Күңелең матурлыҡты тоймаһа, йәшәүҙең дә мәғәнәһе юҡ"

Һүрәттә: Сибәғәт ағай Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин менән. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас