

“Иртәнсәк һауынға торһам, кәлүшем эсендә йомарланып ҡына ҡара йылан ята. Ҡурҡышымдан ырғыта тибеп, ҡысҡырып ебәрҙем. Минең тауышҡа бабай килеп сыҡты. Тупһа эргәһендә һөйәүле торған көрәкте тотоп алып, ҡыуа төштө. Кәртә яғына инеп киткәйне йылан, китеп өлгөрмәгән, бабай башын өҙә сапты. Шунан башланды ла инде ҡартымдың баштан яфаланыуы. Йылан ҡарғышы төшкәндер, тип уйланыҡ. Бахыр ҡартым үлеп киткәнсе этләнде... Хикмәтле йән эйәһе бит ул йылан. Зыяны теймәһә, үлтерергә ярамай тигәндәре хаҡтыр.
...Борон өләсәйем аҡ йыланға тап булған. Ураҡтан ҡайтып барғанда. Башына ябынған яулығына арыу ғына итеп бойҙай башағы ла йыйып, төрөп алған була. Йылан осрағас, башағын ауҙарып ебәреп, яулыҡты йылан алдына һала. Баяғы йән эйәһе йомарланып ҡына ята, ти.
Аҡ йылан осраһа уның алдына аҡ яулыҡ түшәйҙәр, мөгөҙөн һала, тиҙәр бит инде. Өләсәйем боҫоп ҡына көтөп ултыра был мөгөҙ һалғансы. Оҙаҡ ултыра, ойоп та китә. Көн эҫеһе һүрелеп, ҡояш байышҡа тартылғас ҡына уяна, ул уяныу менән йылан да яулыҡтан шыуып китә. Өләсәйем яулығын ябынып ала. Ҡайтһа, ауылда бер итеп рөхсәтһеҙ башаҡ йыйғандарҙы фашлап, тентеү үткәргәндәр, ти. Бына ҡалай һаҡлап ҡалған Хоҙай уны, юлына аҡ йылан тап итеп. Оҙон ғүмерле булды үҙе. Бәхетле йәшәне, тормошо бәрәкәтле булды, балаларынан ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәне. Баҡыйлыҡҡа күскәндә лә үҙ аҡылында, үҙ иманында китте”.
Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.