Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2022, 07:40

"Тормош йәме - татыулыҡта", - ти алтын парҙар

  50 йыл иңгә-иң терәп ғүмер кисергән Гөлнәзирә Шәрифулла ҡыҙы менән Сәғит Ниғәмәт улы Әбдрәевтар (Санъяп ауылы), Мария Ефимовна менән Генадий Николаевич Захаровтар (Үрге Мөрсәләй), Раиса Зөлҡәрнәй ҡыҙы менән Ғәйнетдин Вәлитдин улы Булатовтар (Нуҡай), Фәниә Хәмзә ҡыҙы менән Альберт Ғимран улы Айҙарбәковтар (Бикбулат), үҙҙәренең ғаилә ҡороуҙарының 60 йыллығын, йәғни үҙҙәренең гәүһәр туйҙарын билдәләгән Шәкүрә Әхмәтғәзиз ҡыҙы менән Әхәт Шәғәли улы Сәлиховтар (Аҙнағол), Гөлсөм Ғөбәй ҡыҙы менән Камил Ғәлиулла улы Ваһаповтар (Күгәрсен ауылы) күптәргә өлгө булырлыҡ.  

"Тормош йәме - татыулыҡта", - ти алтын парҙар"Тормош йәме - татыулыҡта", - ти алтын парҙар
"Тормош йәме - татыулыҡта", - ти алтын парҙар

Улар намыҫлы хеҙмәт юлы үткән, үҙҙәре һымаҡ тырыш, уңған балалар үҫтергән, бөгөн инде ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә һөйөнөп ғүмер кисерәләр, оло йәштәмен тип тормай, гөрләтеп донъя көтәләр.

Йылдар һынауын лайыҡлы үтеп, ҡартлыҡты бергә ҡаршылаған, береһе ут булғанда, икенсеһе һыу булған, бер-береһенә оло ихтирам һәм һөйөү менән ҡараған,

үҙҙәре әйтмешләй, донъяның ағын да, ҡараһын да бергә күтәргән парҙарға киләсәктә муллыҡ, таж туйҙарын да билдәләргә насип булһын!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас