+22 °С
Ямғыр


“Һеҙҙең ысын мәғәнәһендә алтын ғаилә берлеге үҙ-ара ихтирам, һөйөү һәм татыулыҡ, тырышлыҡ һәм ҡыйынлыҡтарҙы бергә үтә белеүҙең сағыу өлгөһө булып тора. Ошо гүзәл юбилей – туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн ҙур шатлыҡ та, йәш быуын өсөн яҡшы үрнәк тә. Ныҡлы һәм татыу ғаилә – Рәсәй дәүләтенең таянысы һәм ышаныслы нигеҙе”, - республика етәксеһенең Ҡотлау хатындағы был һүҙҙәр гәүһәр туйын билдәләгән парҙың күңеленә нур булып яғылды.