Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
2 Сентябрь 2022, 09:39

Сәфәр айында нимәләр эшләргә ярамай?

Сәфәр айының алтынсы көнө бөгөн. Был айға инеү менән ҡайһы бер кешеләр хәүеф-хәтәргә юлыҡмаҫ өсөн хәйер-саҙаҡа тарата. Боронғоларҙан килгән ышаныс буйынса сәфәр айында никахлашыу, ҙур эштәр башлау тыйылған. Был, ысынлап та, шулай микән? Сәфәр айында нимә эшләргә ярай, нимә ярамай?  

Сәфәр һүҙенең ике төрлө мәғәнәһе бар. Беренсеһе – һары (төҫ). Сөнки тәү тапҡыр ай башы көҙгә, йәғни һары миҙгелгә тура килгән. Икенсе мәғәнәһе – сифр (буш, юҡ, ноль) тигәнде аңлата. Уға бәйле тыйыуҙар яһилиәт заманында йәшәгән ғәрәптәрҙән таралған: был айҙы улар ҡурҡып, хәүефләнеп ҡаршы алыр булғандар, хәүеф-хәтәр ябырылмаһын өсөн ай башланғас та, хәйер-саҙаҡа таратҡандар.

Сәфәр айы тураһында: "Сәфәр айының хәүеф-хәтәре исламда юҡ", – тиелә. Баҡтиһәң, ниәтләгән һәр изге эш өсөн сәфәр айына ҡамасау була алмай, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с ваҡытында ла ошо айға бәйле ырым-шырымдарға ышаныусылар булған. Ислам динен ныҡлап өйрәнгән диндарҙар иһә бындай хөрәфәттәргә ышаныу урынһыҙ икәнлеген билдәләй. Тимәк, башҡа был айҙа ла никахлашырға, изге эштәр башларға ярай.

Шулай уҡ ике ғәйет араһында никах уҡытырға ярамай тигән тыйыу әле булһа йәшәп килә. Әлбиттә, дин ғалимдары бының уйҙырма икәнлеген даими аңлатып тора. Динебеҙҙә Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйете араһында никахлашырға ярамай тигән ҡағиҙә юҡ.

Әйткәндәй, Пәйғәмбәребеҙ Мөхмәт с.ғ.с ҡатыны Ғәйшә менән ураҙанан һуң килгән шәүүәл айында никахлашҡан.

Сәфәр айында нимәләр эшләргә ярамай?
Сәфәр айында нимәләр эшләргә ярамай?
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас