Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
2 Сентябрь 2022, 06:42

Мосафирҙар мәсетен төҙөү тамамланды

Былтыр хоҙайбирҙиндарҙың юл буйында ғибәҙәтхана төҙөй башлауҙары тураһында яҙғайныҡ. Бер йылға ла етмәй күмәк көс менән изге эште тамамлап та ҡуйғандар. Мосолман мосафирҙар туҡтап, намаҙ уҡып китеү өсөн тәғәйенләнгән иман йортоноң ишеге һәр кемгә асыҡ.  - Кемдәр үҙҙәренең көсөн, ваҡытын, малын ошо Аллаһы Тәғәлә юлында сарыф иткән, барыһына ла ҙур рәхмәт! Аллаһ хозурында бик ҙур саҙаҡа был. Берҙәмлек менән атҡарып сыҡҡан эшебеҙ бөгөн тамамланды. Хәйерле сәғәттә, Аллаһы Тәғәлә йәнәттән ошо мәсет кеүек һарайҙар төҙөп ҡуйһын, ин шә Аллаһ, - ти ауыл имамы Ришат хәҙрәт Харисов.  

Мосафирҙар мәсетен төҙөү тамамландыМосафирҙар мәсетен төҙөү тамамланды
Мосафирҙар мәсетен төҙөү тамамланды

 

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас