

Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Бөгөн район мәҙәниәт һарайында ошо уңайҙан тантаналы сара уҙғарылды. “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең Туймазы нефть үткәргес идаралығының (филиалы) "Мораҡ" нефть ҡыуҙырыу станцияһы эшсәндәре тәбрикләнде.
Районыбыҙҙың данлыҡлы “Ҡыҙыл мәсет”төркөмө, башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙҙары – Марат Шәйбәков, Айрат Ғәлиев, Юлиә Мәрҙәмшина, Әлиә Нурмөхәмәтовалар ҡатнашлығында матур йөкмәткеле концерт газ һәм нефть тармағы эшсәндәре, уларҙың ғаиләләре өсөн ҙур бүләк булды.