

- Ауылда мәктәп булһа, линейкаға барып балаларҙы ҡарап килер инек, хатта шул уҡыусыларҙың мәктәпкә киткәнен ҡарарға яратам,- тигән хәбәр ишетелеп ҡалыуға, дәртлебикә апайҙарым менән Белем көнөн үҙебеҙсә үткәрергә булып киттек, - тип яҙа Төпсән ауылы клубын етәкләүсе Резеда Айытҡужина.
- Эээй, дәртлекәйҙәр бит ауылдаштарым! Түңәрәк туғай - "мәктәбебеҙ", тирәк төбө - "таҡтаға" әйләнде, иң тәүҙә класс сәғәте үтте, унда уҡытыусы түгел, ә "уҡыусылар" ошо өлкәлә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Әлфиә апайыбыҙҙы ҡотлап үттек. Нәбирә апайыбыҙ матур итеп, телмәр тотто.
Тәүге дәрестә математик йүнәлештәге мәсьәләләрҙе сисеп, йомаҡтарға яуап эҙләп үткәрһәк, икенсе дәрес "таҡтаға" сыҡтыҡ, шиғырҙар һөйләнек.
"Ашханала" тамаҡ ялғап алғандан һуң, "йыр дәресе" дауам итте. "Физкультурала" "һикергеләп" алдыҡ та, өйҙәгеләргә "отчетҡа" тип фотоға төшөргә лә өлгөрҙөк, - тип яңы уҡыу йылы, Белем көнө менән ҡотлайҙар, һәммәһенә уңышлы уҡыу йылы теләп ҡалалар уңған Төпсәндәр апайҙары!