Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Сентябрь 2022, 09:19

Ил онотмай батыр улдарын

Шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа булды Белем көнө Семен-Петровский  мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, ата-әсәләре өсөн. Был көндө районыбыҙҙың батыр улдарының береһе - ошо белем усағында уҡыған, Украинала барған махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Түләбай ауылы егете Айҙар Айытҡужин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.  

Ил онотмай батыр улдарынИл онотмай батыр улдарын
Ил онотмай батыр улдарын

Иҫтәлекле сарала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссары Ришат Әминев, Айҙарҙың ата-әсәһе Розалия һәм Азат Айытҡужиндар, туғандары ҡатнашты.  

 Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән Белем көнө менән тәбрикләне, Айҙарҙы халҡыбыҙҙың лайыҡлы улы, Тыуған иленең ысын геройы итеп үҫтергәндәре өсөн ата-әсәһе Розалия һәм Азат Айытҡужиндарға, батыр егеттә иң һәйбәт кешелек сифаттары тәрбиәләгәндәре өсөн педагогик коллективҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

 Айҙар Семен-Петровский мәктәбендә, Түләбай башланғыс мәктәбен тамамлағандан һуң, 2012-2016 йылдарҙа уҡый. Уҡытыусылары уны аҡыллы, тәртипле, эшһөйәр һәм һәләтле бала булды тип хәтерләй. Айҙар дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә. Мәктәптә уҡыған сағында ағастан автоматтар эшләү менән мауыға, хәрби кеше булырға хыяллана. Шул хыялы уны 9-сы класты тамамлағас, Мәләүез индустриаль колледжының кадет төркөмөнә алып килә, бында ла ул тырышып уҡый, ҡул көрәше менән мауыға, парашюттан һикереү буйынса 3-сө разрядҡа эйә була. ДОСААФ-та уҡып, водитель таныҡлығын да ала.

 2020 йылдың 16 ноябрендә Айҙар хәрби хеҙмәткә саҡырыла, 2021 йылдың 24 майында контракт буйынса хеҙмәт итеүгә килешеү төҙөй. 2021 йылдың 28 июнендә 90-сы гвардия танк дивизияһы ҡарары менән кесе сержант Айҙар Айытҡужин дивизияның разведчик-снайперы итеп тәғәйенләнә. 2022 йылдың 27 апрелендә РФ Президенты Указы менән хәрби хеҙмәттәге ҡаһарманлығы, ҡыйыулығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнә. Үкенескә күрә, 20 июндә Луганск һәм Донецк өлкәләрендә мөһим хәрби операция барышында Азат Айытҡужин батырҙарса һәләк була. Хәрби бурысын үтәгәндә ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн кесе сержант А.Айытҡужин Батырлыҡ орденына тәҡдим ителә.    

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас