Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2022, 09:45

Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген аса

Алтынай быйыл Йомағужа 2-се урта мәктәбенең 1-се класына уҡырға бара.

Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асаТәүге тапҡыр мәктәп ишеген аса
Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген аса

Быға тиклем ул Йомағужа ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына йөрөгән. Баҫалҡы, әммә бар яҡлап ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ атаһы – спорт мәктәбе тренеры, Йомағужа 2-се урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Айнур Айрат улына оҡшап интеллектуаль уйындарға өҫтөнлөк бирә, айырыуса шахматты үҙ итә. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән әсәһе Гөлфирә Марат ҡыҙынан да күп һыҙаттар бирелгән Алтынайға – матурлыҡ ярата, сәскәләр тип иҫе китә. Әйткәндәй, әсәһенең уң ҡулы ла ул, 4 йәшлек ҡустыһы Илназға күҙ-ҡолаҡ булыу ҙа йыш ҡына уның иңенә төшә.

Йәй буйы рәхәтләнеп ял иткән Алтынай, күп ваҡытын Түләбай ауылында йәшәгән ҡәрсәһе Миңзәлә апай, Ялсы ауылында ғүмер иткән өләсәһе Әлфиә апай менән олатаһы Марат ағай янында үткәргән.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас