Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2022, 10:00

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? Ошо һорауға ата-әсәләр яуап бирә.

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Уҡыу йылы башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Балалар өс айға һуҙылған йәйге каникулдың һуңғы көндәрендә ял итеп ләззәтләнһә, ата-әсәләр уларҙы мәктәпкә әҙерләү менән мәшғүл. Мәшәҡәттәр иһә баштан ашҡан: барлыҡ кейем-һалым, канцелярия тауарҙары алынған кеүек тойолһа ла, әле бер, әле икенсе нәмә юҡлығы асыҡлана...

 Ә һеҙ, хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы мәктәпкә тулыһынса әҙерләп бөттөгөҙмө? Көндән-көн артып торған хаҡтар кеҫәгеҙгә һуҡманымы? Бөгөн әсәйҙәр нәҡ шул һорауға яуап бирә.

Нәзифә Усарова, Сәйетҡол ауылы:

- Күңелле осор инде ул йәй! Тик күҙ асып йомғансы үтә лә китә...

 Өс бала үҫтерәбеҙ: Искәндәр гимназияла, Хәйҙәр менән Аделина үҙебеҙҙең ауыл мәктәбендә белем ала. Өсәү булғас, кейем-һалым, кәрәк-яраҡ һайлап алырға ла күп кенә ваҡыт кәрәкте. Иң тәү сиратта, әлбиттә, өсәр аяҡ кейеме (береһен тышта, икенсеһен мәктәп эсендә, өсөнсөһөн физкультура дәрестәрендә кейергә) алдыҡ. Портфель, спорт менән шөғөлләнеү өсөн трико, аҡ футболка, күлдәктәр, ҡәләм-дәфтәр кеүек кәрәк-яраҡтар һ.б. өсөн дә байтаҡ аҡса китте. Күпме тотонғаныбыҙҙы теүәл генә әйтә алмайым, шулай ҙа һәр балаға яҡынса 10 мең һум  киткәндер. Тағы ла күберәк китер ине - малайҙарҙың костюмдары өр-яңы тигәндәй булғас, әлегә алмай торҙоҡ.

Галина Николаева, Йомғужа ауылы:

- Улыбыҙ быйыл 9-сы класҡа күсте. Артыҡ күп әйбер ҙә алманыҡ, буғай: өс күлдәк, ике эске күлдәк, өс футболка, ике трико, айырым спорт һәм мәктәп костюмдары, ике туфли, кроссовки, портфель – яҡынса 15 мең һум самаһына барып баҫты. Ә бит уларҙан тыш, күпме дәфтәр, ручка, ҡәләм һ.б. кәрәк! Аҡса бармаҡ араһынан аҡҡан ҡом һымаҡ китә, әле көҙгө, ҡышҡы курткалары ла бәләкәсәйгән, уларын яйлап алырбыҙ инде.

 Беҙ бәләкәй саҡта йыл да ул тиклем кейем алыу булманы, дөрөҫөн әйткәндә, күптәребеҙгә атай-әсәйҙәр уҡыу осоронда мәктәп формаһын ике тапҡыр ала торғайны, уның береһен башланғыс, икенсеһен юғары кластарҙа кейҙек. Әйберҙәрҙең сифаты ла шәп ине бит!

Алһыу Хәйбуллина, Мораҡ ауылы:

- Ҙур ҡыҙыбыҙ Илзидә быйыл 9-сы класҡа бара. Уҡыу кәрәк-яраҡтары, мәктәп һәм спорт костюмдары, аяҡ кейемдәре алдыҡ. 17 мең һум самаһы аҡса китте. Әмилә ҡыҙыбыҙ әлегә балалар баҡсаһына йөрөй, быйыл йәй көнө ҡапыл ғына буйға үҫеп китте, шуға уға ла байтаҡ ҡына кейем-һалым алдыҡ – 10 мең самаһы булды.

 Гөлнур Йәғәфәрова, Йомағужа:

- Даими эш урыны булмағас, аҡсаны алдан уҡ әҙерләп, тура килгәндә ҡайһы бер кейем-һалымды алдан алып ҡуям. Ике баламдың йәш айырмаһы ике йәш, ағаһының бәләкәсәйгән, сифатлы, матурыраҡ күлдәк- салбарҙары бәләкәсенә тотоп ҡала. Әммә замана балалары икенсерәк шул, кесе улым һәр нәмәне үҙенә яңыны алдырғыһы килә. Быйыл икеһенә бергә байтаҡ аҡса түгергә тура килде,  күпме икәнлеген һанаманым. Олатаһы менән өләсәләре  портфель һатып алып биреп ҡыуандырҙы.

Наҙгөл Ғәлиева, Мораҡ ауылы:

- Улыбыҙ Руслан быйыл 8-се класҡа бара. Июнь аҙағында, июль башында уҡ кәрәк-яраҡтарҙы алып ҡуйғайныҡ. Кейем-һалымға 11 мең һум китте. Алдан алмаҫҡа кәрәк булған икән, ике ай эсендә буйға ныҡ тартылды, салбарҙары әлегә тап-таман ғына булһа ла, бер-ике айҙан ҡыҫҡа күренерме икән, тип уйлайым. Аяҡ кейемдәре лә, алғанда иркен һымаҡ тойолһа ла, хәҙер йоҡа ойоҡбаш менән генә һыя. 13-15 йәштә үҫмерҙәр буйға ҡапыл үҫә, шуға ла кейем-һалымды уҡыу йылы башланыр алдынан ғына алырға кәрәк икән... Портфелде 700-гә лә табырға була ине, әлбиттә. Әммә ярты ҡыш та үтмәй, йыртылып йә һүтелеп сыға, шуға ла ныҡлырағын һайланы. Уныһына 2 мең һум түләнек.

 Канцелярия тауарҙарына өс меңгә яҡын аҡса китте, әлегә барыһын да алып бөтмәгәнбеҙ әле.

Аҡса күп китһә лә, баланың һөйөнөүен күреү шул тиклем ҡыуандыра! Шуныһы йәтеш, ҙур булғас, хәҙер бар нәмәне үҙе һайлай, беҙгә иһә уға кәңәш биреп хупларға һәм аҡса түләргә генә ҡала.

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас