

Яҙмабыҙ геройы 1973 йылдың аҡ ҡыштарында Күгәрсен ауылында эшһөйәр ғаиләлә тыуған. Ғүмерен тынғыһыҙ колхоз эшенә бағышлаған атаһы Хөрмәт Хөпбулла улы өлгөһөндә Кәрим үҫмер саҡтан техникаға әүәҫ була, Күгәрсен урта мәктәбендә уҡыған осоронда тракторҙы ла ҙур теләк менән өйрәнә. Мәктәптән һуң армия сафына баҫҡансы уҡ тракторист һөнәрен үҙ елкәһендә татып, билен нығыта. Ватан алдындағы изге бурысын ил һағы ғәскәрҙәрендә таджик-афған сиктәрендә намыҫ менән үтәп ҡайта.
Ауыл ерендә эшләрлек һөнәр үҙләштереү теләге уны Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына илтә. Дипломлы белгес “Октябрь” совхозының Арҙат бүлегенә ветеринар техник итеп эшкә алына. Шул осорҙа ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр университетының ветеринария факультетында ла белем эстәй.
Совхоздар тарҡалғас, 2003-2009 йылдарҙа Күгәрсен ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй. Тик һәр нимәгә үҙ ҡарашы булған киң даирәле уҙамандың был эшкә йәне берекмәй. Һөҙөмтәлә ул йәнә Күгәрсен район ветеринария үҙәгенә йәнә эшкә сыға. Һәм шунан бирле ярһыу йәшлегендә үҙләштергән һөнәре менән халыҡ мәнфәғәте өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт күрһәтә.
Эшенән рухи ҡәнәғәтлек ала ул, ауыл кешеләренең ихлас рәхмәтен ишетеү ҙә уға дәрт өҫтәй.
Ә матур ғаиләһе – тормошҡа сәм, эшкә илһам биреүсе. Төптән Дәүләтҡол ауылынан булған Зөлфирә Самат ҡыҙы ла бөтмөр заттан. 2008 йылдан бирле, ҡәҙерле бейеме – Зәйтүнә Рәхмәнғол ҡыҙының юлын дауам иттереп, ауыл китапханаһында эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәренең бәйләргә, сигергә, милли аш-һыу әҙерләргә лә ҡулдары тилбер.
Ауыл уңғандары ҙур шәхси хужалыҡ тотоп – ишле мал аҫрап, баҡса үҫтереп, үҙҙәре яратып баҡҡан дүрт балаһын аяҡҡа баҫтырыр, һөнәрле итер өсөн бар тырышлығын һала. Өлкәндәре – Рәмил менән Йәмил үҙ һөнәрен, юлын тапҡан да инде. Егәрле, донъяға яҡты ҡарашлы, киң күңелле ата-әсә өлгөһөндә тәрбиәләнгән Нурислам менән иң кесеһе – Зәлифә лә киләсәктә кәрәкле һөнәр үҙләштереп, халыҡ мәнфәғәтенә йәнен аямаҫ, ғәзиздәрен ҡыуаныслы хәбәрҙәр, уңыштары менән һөйөндөрөп торор әле (!).
Төбәгебеҙ ҡотон, йәмен һаҡлаусы Ҡорбанаевтарға йөрәктәренең гел шулай талымһыҙ булыуын, ғаилә күктәренең һәр саҡ салт аяҙ тороуын теләге килә.