Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
24 Август 2022, 07:00

Уның хеҙмәт стажы – 43 йыл!

- Вәлиулла ағайҙың яҙғандары сыҡмаймы әле гәзиттә, бигерәк ҡыҙыҡ яҙа, колхоз-совхоз осорона ҡайтып урағандай булаһың! – “районка”ға йыш ҡына мәҡәләләр яҙған Вәлиулла авзый Нурмөхәмәтов хаҡында бындай хәбәрҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Бик тынғыһыҙ кеше ул, тормош иптәше Зөһрә апай менән гөрләтеп донъяһын да көтә, йәмәғәт эштәренә лә өлгөрә: мәсеткә йөрөй, дини байрамдарҙа ҡатнаша, зыярат кәртәләү, мәсеткә исем биреү, иман йортон төҙөү кеүек эштәрҙә әүҙем ҡатнаша.  Хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны үҙенең бар ғүмерен тыуған районына хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Уның хеҙмәт стажы – 43 йыл!

Уның хеҙмәт стажы – 43 йыл!Уның хеҙмәт стажы – 43 йыл!
Уның хеҙмәт стажы – 43 йыл!

Вәлиулла Миңлебай улы быйыл 70 йәшен билдәләгән. Ул 1952 йылда Түкәт ауылында ауылында донъяға килгән. Нуҡай 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумына уҡырға инә. 1971 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес тыуған яғына ҡайтып, “Исем” совхозының “Свердлов” бүлексәһендә ветеринария технигы булып хеҙмәт юлын башлай. Ошо уҡ йылды ул армияға алына. Ике йыл Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, үҙе эшләп киткән совхозға өлкән мал табибы булып урынлаша. 1975 йылда ярайһы уҡ тәжрибә туплаған белгес “Мораҡ”совхозына эшкә күсә.

 1986-1989 йылдарҙа Вәлиулла Миңлебай улы хайуандарҙың ауырыуына ҡаршы көрәш станцияһында баш мал табибы булып тир түгә, артабан “Күгәрсен” совхозына өлкән мал табибы итеп эшкә күсерелә. Белемен камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлай. 16 йыл “Күгәрсен”совхозының Солтанғол бүлексәһендә идарасы булып та эшләргә тура килә уға. Совхоз тарҡалғас, “Ибрай” агрофирмаһында директор булып эшләй.

2002 йылда Күгәрсен район ветеринария станцияһы эргәһендәге ветеринария лабораторияһы директоры булып эшкә күсә, аҙаҡ 2014 йылға тиклем баш мал табибы урынбаҫары вазифаһын атҡара.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Вәлиулла Миңлебай улы 2011 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Әлегә ул районда был исемде йөрөткән берҙән-бер ветеринар булып тора.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас