+28 °С
Болотло


Буҫтыбай, 1-се Түкәт, Нуҡай ауылдары бик матур ерҙә урынлашҡан, был төбәк матурлығы менән күңелде арбай, кешеләренең алсаҡ, дәртле, уңған булыуы һоҡландыра.
Һаулыҡ һағында тороусы Эльза Илмөхәмәтова, Йәнбикә Фәйезова, мәҙәниәт эшсәндәре Зимфира Собханғолова, Наилә Йәғәфәрова, Сәйҙә Байғүбәкова, балаларҙы белем тауына әйҙәүсе Әлфиә Дауытова, Миләүшә Ишбаева һәм башҡалар ауылдың төп терәге, ауылдаштарының таянысы.