Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
18 Август 2022, 06:40

Иғтибар үҙәгендә - Мораҙым тарлауығы!

Мораҙым тарлауығы республикабыҙҙың иң матур мөйөштәренең береһе. Ә һеҙ уның ЮНЕСКО-ның “Башҡорт Уралы” биосфера резерватына ингәнен беләһегеҙме?  Ошо көндәрҙә ЮНЕСКО-ның “Башҡорт Уралы” биосфера резерватын үҫтереүҙең эшмәкәрлеге һәм концептуаль моделе тураһында отчет әҙерләү өсөн бер төркөм белгестәр беҙҙең районға килде.

Иғтибар үҙәгендә - Мораҙым тарлауығы!Иғтибар үҙәгендә - Мораҙым тарлауығы!
Иғтибар үҙәгендә - Мораҙым тарлауығы!

Билдәле булыуынса, “Башҡорт Уралы”— ЮНЕСКО-ның республикалағы тәүге объекты. Ул бер нисә йыл элек ойошторолған. Көньяҡ Урал  макроһыртындағы комплекслы биосфера резерваты. Рәсәйҙә ул 41-се биорезерват һанала.

“Башҡорт Уралы” составына “Шүлгәнташ ҡурсаулығы” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы, “Алтын Солоҡ” тәбиғәт зоология һәм “Эйек” зоология заказниктары инә. Комплекслы биосфера резерваты Күгәрсен, Мәләүез һәм Ишембай райондары территорияһын биләй һәм уның дөйөм майҙаны 346 мең гектар тәшкил итә. Территория өс зонаға бүленә: төп өлөшө 48 мең гектар, төп өлөштө уратып торған буфер зонаһы 90 мең һәм хеҙмәттәшлек йәки күсеү зонаһы 207 мең гектар.

Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты хеҙмәткәрҙәренән, Өфө биология институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө филиалы, Башҡорт дәүләт университеты, “РОСТ институты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эксперттарынан торған эшсе төркөм тәүге көндә “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында һәм биосфера ҡурсаулығы сиктәрендә урынлашҡан башҡа урындарҙа булды, икенсе көндә Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы актив – етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ерҙәренең бер өлөшө резерватҡа ингән Юлдыбай, Урал, Побоище, Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәләре башлыҡтары, урындағы эшҡыуарҙар, матбуғат вәкилдәре менән осрашты.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас