Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2022, 11:04

Еребеҙҙе нурлап, Күгәрсен балын данлап

Йүнселдәр, талымһыҙ йөрәкле, бал ҡортондай тынғыһыҙ улар.  Үҙҙәре ғүмерлеккә төйәк иткән Мәҡсүт ауылына бәрәкәт өҫтәп йәшәүсе Рәмзиә менән Урал Хәбибуллиндарҙың матур ғаиләһе хаҡында һүҙебеҙ.  Ғаилә башлығының булдыҡлы ир, тәжрибәле ҡортсо тигән даны бар. Юҡҡа ғына ағымдағы йылда агросәнәғәт форумында алтын миҙал һәм 1-се дәрәжә дипломына, үткән йылдарҙа “Беҙҙең бренд” продукттар фестивалендә көмөш миҙалға, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булмаған ул...

Еребеҙҙе нурлап, Күгәрсен балын данлап
Еребеҙҙе нурлап, Күгәрсен балын данлап

 Урал Әмир улы ишле ғаиләлә тыуып, “өҫтәлдә бал булһа, балалар ас булмаҫ” тип ике-өс умарта ҡорт тотҡан әсәһенән бәләкәстән умартасылыҡ серҙәренә төшөнөп үҫә. Йөрәк өйәнәге менән тыуған малай 4-се республика художество мәктәп-интернатында уҡығанда үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуя: “Сирҙе еңергә, Ватан алдындағы изге бурысты мотлаҡ үтәргә!” Ныҡышмаллығы менән сәләмәтлеген яҡшыртып һалдат итеген дә кейә, Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында уҡып диплом да ала. Ғүмерлек йәрен дә, Әлшәй районы һылыуын, интернатта уҡығанда осрата; бер-береһенә ғашиҡ йәрҙәр бер үк институтҡа һәм факультетҡа уҡырға инә, студент саҡтарында ҡауыша. Мәҡсүткә килен булып төшкәс, Рәмзиә Фәзрахман ҡыҙы мәктәпкә хеҙмәт, рәсем дәрестәрен уҡыта башлай, ә Урал Әмир улы ауыл хужалығы, ҡортсолоҡҡа ынтыла... Егәрле ата-әсә үҙ өлгөһөндә ике балаһын да тырыш, ныҡышмал итеп үҫтерә. Ләйлә менән Эльдар икеһе лә юғары белемле, һөнәрле; тормошта ла, бизнеста ла ата-әсәһенең уң ҡулы, ныҡлы терәге булып тора улар.

 Ҙур крәҫтиән-фермер хужалығы тотҡан уңғандар ауыл эшенән, айырыуса баллы шөғөлдән йән сихәте, рухи кинәнес алып йәшәй. Башҡорт балы, Күгәрсен балының данын тирә-яҡҡа таратыуҙа тап Хәбибуллиндар кеүек намыҫлы, егәрле, ысын һөнәрмәндәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: