Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2022, 16:31

Йәйҙең йәмле кисендә

 Яңауыл ауылы клубында Мәҡсүт мәҙәниәт йорто артистары "Йәмле йәйҙең кистәре"тигән бай йөкмәткеле концерт программаһы менән ҡунаҡҡа килгән. Ауыл халҡы был кистә дәртле бейеүҙәр ҡарап, заманса, ретро йырҙар тыңлап кинәнгән. Рим Әбүбәкировтың баян моңдары, хисле йырҙары күңелдәренә үтеп инһә, Риф менән Азат Әбүбәкировтарҙың дәртле бейеүҙәре йөрәктәрен елкендергән. Лира Әбүбәкирова, күрше Ейәнсура районы ҡунағы Филүзә Байгилдина, Айгөл Килмөхәмәтованың йырҙары барыһына ла оҡшаған. Ә инде концертты башынан алып аҙағынаса Резеда Ҡотлобаева йәнле итеп алып барған. Бер тынала үтеп киткән концерт аҙағында тамашасылар Рим Әбүбәкировтың баянына һәм Ринат Хәмзиндың гармунына рәхәтләнеп бейегән. Йәмле йәйҙең кисен матур концерт менән йәмләгән мәҡсүттәргә афарин!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: