Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2022, 03:32

Ҡайтам әле йәшлегемә

 6 августа Моҡас ауыл клубында "Ҡайтам әле йәшлегемә " тигән бик күркәм байрам уҙғарылды. Моҡас ауылында тыуып үҫкәндәрҙе осраштырыу, күрештереү, бала саҡ, йәшлек эҙҙәре буйлап бер үтеү, хәтирәләрҙе яңыртыу маҡсатында ойошторолған сара бик матур үтте.  Тыуған ауылын һағынып ҡайтыусылар күп булды.  Концертты үҙе яҙған сценарий менән Гөлкәй Исмәғилева бик йәмле итеп алып барҙы. Гөлкәй апай һәм Наил Бәҙәмшин үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. Ауылдың йәш ҡыҙҙары дәртле бейеүҙәре менән концертты биҙәне. Мәсәғүтов Айнур, Сабит ағай, Фәриҙә апай, Хәмзина Римма моңло тауыштары, матур йырҙары тамашасының күңелен яуланы. Ниндәй байрам гармунһыҙ булһын инде? Хәмзин Ринат һәм Бәҙәмшин Аҙнабай гармунда өҙҙөрөп, тамашасыны йырлатты,  бейетте. Санъяп һәм Ҡасҡын ауылдарынан да ҡунаҡтар килгәйне, уларҙың сығышы ла концертҡа йәм өҫтәне. Концерт Исем ауылы биләмәһе башлығы Юлия Таһир ҡыҙы Хренованың сығышы менән тамамланды.

Ҡайтам әле йәшлегемәҠайтам әле йәшлегемә
Ҡайтам әле йәшлегемә

Концерт бөткәс, күмәкләшеп Эйек буйына төштөк.Ҡаҙан аҫып, йырҙар йырлап Эйек буйында күңелле ял иттек.

Кис, һыйырҙар һауып алғас, йәнә клубҡа дискотекаға йыйылдыҡ. Гармун моңдары кис тә тынманы. Бар халыҡ күңелле итеп ял итте, йырланы, бейене, оҙаҡ күрмәгән ауылдаштары менән аралашты. Ҡунаҡтар ҡайтып йөрөһөн, ә Моҡас ауылы һүнмәһен, һүрелмәһен, һәр ваҡыт гөрләп торһон.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас