Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Август 2022, 15:25

Рәмил Йәнбәктең тыуыуына - 70 йыл

 Яҡташыбыҙ –шағир һәм журналист, башҡорт әҙәбиәтенең мөхәббәт йырсыһы Рәмил Йәнбәктең тыуыуына – 70 йыл. “Оҙайлы яҙ”, “Бөркөт саңҡыуы”,  “Билдәһеҙ һағыш”, “Аҡ ялан” , “Төшөмдәге сәскәләр”, “Тик һиңә табынам”, "Тыуған ауылым (Дауыт-Ҡайып)", “Йыраҡ хыял” , “Иртә көҙ” йыйынтыҡтары менән танылыу яулаған шағир ғүмеренең күп өлөшөн журналистикаға ла  бағышлай.  Дауыт-Ҡайып ауылында тыуып үҫкән әҙипте яҡташтары ла, ҡәләмдәштәре лә берҙәй юҡһына.  

 

"...Рәмил Йәнбәк ысын мәғәнәһендәге йәшлек, мөхәббәт йырсыһы булды. Матурлыҡҡа, гүзәллеккә мөнәсәбәтен ул туп-тура егеттәрсә белдерҙе. Беҙ уны яратып, уларҙың яҡтарында әйтелгәнсә, Рәмил абзый тип атап йөрөттөк.

Күпмелер ваҡыттан һуң ул саҡтағы йәш, хәҙер 60 йәшен тултырған композитор Айрат Ғайсин менән йәш шағир Дамир Шәрәфетдинов, Айраттың йырҙарын башҡарыусы йырсылар Райман Ишбаев менән Харис Шәрипов беҙҙең төркөмгә ҡушылды. Рәмил ағай уларҙы ла ҡиәмәтлек ҡусты  итте. Ул барыбыҙға ла тигеҙ ҡараны, яҡын күреп “мырҙам” тип өндәште. Тап шул йылдарҙа Айрат уның шиғырҙарына байтаҡ ҡына йырҙар, шул иҫәптән “Әсәкәйем” көйөн ижад итте. Был йыр беҙҙең түңәрәктең гимнына әүерелде.

1990 йылда Рәмил ағай “Башҡортостан пионеры”ның баш мөхәррире саҡта гәзиттең 60 йәшлек юбилейы уҙғарылды. Абзый мине лә байрамға саҡырҙы. Сараға Татарстандан баш мөхәррирҙең дуҫы шағир Роберт Миңнуллин да килгәйне. Шағир менән тәү тапҡыр шунда осрашып таныштым.

1995 йылда Рәмил ағай беҙҙе, Айрат Ғайсин менән икебеҙҙе тыуған ауылына “Һаумыһығыҙ” ауылдаштар! “ байрамына алып ҡайтты. Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылын да күреү бәхете шул саҡта беҙгә йылмайғайны. Абзыйҙың туғандары, ҡасандыр ағайыбыҙ эшләп киткән “Ҡыҙыл байраҡ” колхозы рәйесе Рамаҙан Әбдрәхимов менән танышыу ҙа яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы..."

Әхмәр Ғүмәр -Үтәбай.

 

Рәмил Йәнбәктең тыуыуына - 70 йыл
Рәмил Йәнбәктең тыуыуына - 70 йыл
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: