Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Август 2022, 05:55

Һауа торошо

Алдағы көндәргә ниндәй һауа торошо вәғәҙәләйҙәр?

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо

Алдағы өс көндә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ айырым райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 2-7 метр, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +28, +33 градус.

Шишәмбе урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан, талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, Башҡортостандың көнсығышында +8. Көндөҙ иһә +28, +33 градус.

Шаршамбы һауа торошо үҙгәрмәй. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан, талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, көнсығышта +8-гә. Көндөҙ+28, +33 градус була.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас