Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Август 2022, 09:43

Шәп яңылыҡ!

Әсәлек капиталын файҙаланыуҙа үҙгәрештәр бар.

Шәп яңылыҡ!
Шәп яңылыҡ!

4 августа ил Президенты Владимир Путин "Әсәлек капиталы тураһында"ғы федераль законға үҙгәрештәргә ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталын шәхси эшҡыуарҙар күрһәткән мәғариф хеҙмәттәрен түләүгә файҙаланыу хоҡуғы тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында баҫылған.

“Закон мәктәпкә тиклемге белем биреүҙән файҙалана алыуға йүнәлтелгән. Ата-әсәләр Әсәлек капиталы аҡсаһын мәғариф эшмәкәрлегенә лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙар асҡан балалар баҡсаһы өсөн түләүгә йүнәлтә ала”, - тип белдерҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Белеүебеҙсә, бөгөн Әсәлек капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаларҙың белем алыуына, әсәнең пенсияһының йыйылма өлөшөнә, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып алыуға, 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған (уллыҡҡа алынған) икенсе бала өсөн ай һайын түләүҙәргә файҙаланып була ине.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, индексация иҫәпкә алынып, Әсәлек капиталы суммаһы түбәндәгесә тәшкил итә:

— беренсе бала өсөн - 524 527,9 һум

— ғаилә быға тиклем беренсе бала өсөн Әсәлек капиталын алһа - 168 616,2 һум ;

— быға тиклем әсәлек капиталы ҡулланылмаған булһа - 693 144,1 һум.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: