Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Август 2022, 09:32

Урағай биҙәктәре. Раузалар көҙгә тиклем сәскә атһын тиһәң...

Рауза гөлөн яратмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр ул был донъяла. Хуш еҫле, бәрхәт тажлы сәскәләрҙе баҡсала ла, тәҙрә төбөндә лә үҫтерергә була. Рауза ҡыуағы көҙгө һалҡындарға тиклем шау сәскә булһын өсөн тәрбиәне иртә яҙҙан башлайҙар. 

Урағай биҙәктәре. Раузалар көҙгә тиклем сәскә атһын тиһәң...
Урағай биҙәктәре. Раузалар көҙгә тиклем сәскә атһын тиһәң...

"Суперфосфат" менән туҡландырып, 40 градуслы ярты стакан этил спиртын  10-15 литр һыуға ҡушып (ҡыуаҡ янып ҡуймаһын өсөн һыуҙы күберәк алырға ла мөмкин), йылына бер тапҡыр ҡыуаҡтарҙы эшкәртеү килешә. Быны йә көҙ, йә яҙ башҡарырға кәрәк.

Йәйгеһен иһә һулып барған сәскәләрен ҡыя итеп ҡырҡып алып торорға кәңәш итәләр. Шулай иткәндә, яңы бөрөләре уянып, рауза тағы ла сәскәгә тумалай. Тимәк, тейешле баҡҡанда раузаны йәй эсендә өс-дүрт тапҡыр сәскә аттырырға була. 

Һүрәттә: Мораҡ ауылы ағинәйе Зифа Баймәнова үҫтергән ҡыҙыл рауза ҡыуағы.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: