Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август 2022, 15:39

Урағай биҙәктәре. Балсы ҡулынан бал тама.

Ауыл кешеһе өсөн урағай айырыуса ҡыҙыу осор. Кемдер бесән эшләй, кемдер баҡса уңышын эш итә, ҡортсолар иһә бал айырта. Хоҙайбирҙин ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Вәсилә Зәки ҡыҙы Әмирова ла улы, ейәнсәре менән бал айыртып, мул уңыш алған. 

Етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, Егет кешегә, тиҙәр. Ә беҙҙең ҡатындар ер йөҙөн, Йөҙ һөнәр менән биҙәр. Август ныҡ мул уңышлы ай. Берәүҙәрҙең баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелгән, икенселәр емеш-еләк ҡайнатмаһы әҙерләй, йәшелсә тоҙлай, салат яба. Ағинәйҙәребеҙ уңған, лимон да үҫтерәләр, ананас та үрсетәләр. Ҡош-ҡорт өмәһе үткәреүселәр ҙә бар. Ошо тығыҙ, ҡыҙыу эш мәлендә тәрбиәүи әһәмиәтле саралар ҙа үткәрергә ваҡыт табалар. Ә бит күбеһенең мал -тыуары, ҡош-ҡорто, балалары бар. Афарин тиергә генә ҡала уларға!- ти Вәсилә Зәки ҡыҙы.

Урағай биҙәктәре. Балсы ҡулынан бал тама.
Урағай биҙәктәре. Балсы ҡулынан бал тама.
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: