Мораҙым
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август 2022, 09:33

Урағай биҙәктәре. Ананас үҫтерә беләһеңме?

Мораҡ ауылында йәшәгән иң әүҙем ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Зифа инәй Баймәнова тәҙрә төбөндә йылы яҡ емештәрен дә оҫта үҫтерә. Яҙғыһын тумалаған лимоны һап-һары ғына булып бешеп тә еткән, унан башҡа Зифа инәй ананас та үҫтерә. Һүрәттә күреүегеҙсә, арыу ғына  булып ҙурайып та килә. 

- Йылы яҡ үҫемлектәренә минең һөйөү айырыуса көслө. Балалар менән йыш сәйәхәт иттек, Мальдивта ла булдыҡ. Аллаға шөкөр, изге хаж ғәмәлдәрен дә бабайым иҫән саҡта үтәргә тура килде. Ҡартым мәрхүм булғас, лимон бөтә япраҡтарын ҡойҙо. Был китмәҫтер инде тип борсолғайным, шөкөр, нығынып китте. Емешкә тумалағас та, ҡыуандыҡ. Ананасты ла яратып үҫтерәм. Магазиндан алып, башын бер илеләй ҡалдырып, һутын һығып, (унда ап ҡына сүстәре ҡала) шуны ергә ныҡ күммәй генә ултырттым. Өс йыл үҫте. Өс йылдан һуң 1 литр һыуға бер семтем карбид ебетеп һиптем. Ҡасан өлгөрөп етер, ҡарарбыҙ, - ти Зифа инәй. 

Әйткәндәй, уның баҡсаһы ла шау сәскә. Матурлыҡ яратҡан ағинәйҙең гөл-сәскәләре күкрәп үҫә. 

Урағай биҙәктәре. Ананас үҫтерә беләһеңме?
Урағай биҙәктәре. Ананас үҫтерә беләһеңме?
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: