Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август 2022, 10:17

Ауыл йәме - тырыш ғаилә

Уларҙың донъяһында ҡот уйнап тора. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, әллә ҡайҙан күҙҙе үҙенә йәлеп иткән был ыҡсым ғына йортто “Тырыш ғаилә” тигән алтаҡта ла биҙәй. Өй алдындағы баҡсала – күҙҙең ҡамаштырырлыҡ сағыу сәскәләр. Ишек алдына үтәбеҙ: таш плитә түшәлгән юл, йәшелсә –емеш, рауза баҡсаһы. Тырыш, егәрле, йүнсел, бөтмөр кешеләр йәшәгәнен шунда уҡ сырамытабыҙ.  Теләүембәт ауылының иң уңған ғаиләләренең береһе ул Гөлнур Хәмиҙулла ҡыҙы менән Миңлефәр Миңлеғәли  улы Ҡылысбаевтар.

Ауыл йәме - тырыш ғаилә
Ауыл йәме - тырыш ғаилә

Йорт хужаһы Миңлефәр Миңлеғәли улы ошо нигеҙҙә тыуған кинйә улан. Атай йортонан алыҫ китмәй, бер ишек алдында йорт һалып төпләнгән. Әсәһе Фәнүрә инәй өлкән улы менән күршелә генә тора. Уларға ла һәр ваҡыт ярҙам итеп, көн һайын хәл-әхүәлдәрен белешеп торалар.

 Гөлнур апай менән Миңлефәр ағай өс бала – өс ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтерәләр. Ҙур ҡыҙҙары Эльвира бына алты йыл инде АҠШ-та йәшәй. Башҡорт дәүләт педагогик университетының филология факультетында уҡып йөрөгән саҡта студенттарҙы сит илгә өс айға  эшкә ебәреү программаһы буйынса йүнәлә һәм тороп та ҡала. Ҡылысбаевтар күптән түгел уртансы ҡыҙы Лилиәне кейәүгә бирҙе.

Ырымбур медицина университетының фармацевтика бүлеген тамамлаған ҡыҙыҡай бәхетен дә ошо яҡтарҙан таба. Һараҡташта тыуып үҫеп, Мурманск өлкәһендә хеҙмәт иткән хәрби кешегә тормошҡа сыға.

Бәләкәй ҡыҙҙары Алина иһә Мораҡ башҡорт гимназияһының туғыҙынсы класын уңышлы тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжына уҡырға инеп йөрөй.

 Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була тигәндәй, Ҡылысбаевтарҙың балалары бәләкәйҙән эшкә лә өйрәнеп үҫә.

- Ҡул араһына ингәне бирле үҙебеҙ менән ҡуша йөрөттөк, умарталыҡта ла, баҡсала ла, өйҙә лә бөтә эште еренә еткереп эшләп үҫтеләр. Эшләгәндәре беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәндәре үҙҙәре өсөн, - тиҙәр.

 

Ҡортсолоҡ –бәрәкәтле шөғөл

 Ҡылысбаевтар бөгөн ҡырҡтан ашыу умарта тота.

- Мин килен булып төшкәндә үк ҡорт тоталар ине. Тимәк, беҙҙең шөғөлләнгәнгә лә утыҙ йыл булып киткән,- ти Гөлнур апай.

-  Быға тиклем 120 баш ине, еңел эш түгел, тик ауырлығына бик аптырамайбыҙ ҙа ул, ваҡыт яғынан ғына өлгөрөп булмай, - тип һүҙгә ҡушыла Миңлефәр ағай. –  2008 йылда  һыуытҡыстар, кондиционерҙар йүнәтеү буйынса эш башлап ебәргәйнем, төрлө яҡтарға йөрөргә тура килә, шунлыҡтан бал ҡортон әҙерәк кәметеп ҡарарға булдыҡ.

 Умарталыҡ Аҙнағол яғында урынлашҡан. Йүкә балы йыйырға тип былтыр һигеҙ баш умартаны Бөрйәнгә лә алып барҙыҡ, миҙгеле еткәс, балын айыртып алдыҡ та күстәрҙе бер ҡарт һорағас, һатып ҡалдырып ҡайттыҡ. - Ҡылысбаевтар умартасылыҡты тулыһынса үҙләштереп, юғалтыуһыҙ килем алыуға өлгәшкән. Бал айыртып, балауыҙ алып ҡына ҡалмайҙар, ҡорт һитәһе ҡушылған бал да етештерәләр. Йыл һайын төрлө яҡтарға йәрминкәгә йөрөйҙәр.

- Сибай, Өфө ҡалаларына бал йәрминкәһендә йыш булабыҙ, Екатеринбург, Мәскәү тарафтарында ла үҙебеҙҙең һатып алыусыларыбыҙ бар. Йәрминкәлә танышып китәбеҙ ҙә, аралашып йәшәйбеҙ. Йыл һайын беҙҙән генә алған таныштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ күп, - ти хужалар.

 Малсылыҡтан да шәп килем ала Ҡылысбаевтар. Йыл һайын бер нисә баш ат, быҙау алып, ашатып, үҫтереп һуйып һаталар. Гөлнур апай ҡаҙыны ла тәмле итеп үҙе тултыра.  

- Ҡаҙылыҡ ҡыйбат булһа ла, үтемле. Ныҡ тырышып, бөтә нәмәне эш итһәң, әлбиттә, һәйбәт килем алырға була, - ти ул.

 

Бер төптән егелеп, бер һүҙле булып донъя йөгөн бергә тартҡандар ғына бәрәкәтле тормошҡа өлгәшә.

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: