Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Август 2022, 15:54

Ҡарбуз уңышы ла шәп!

Моҡас ауылынан Гөлназ Муллабаева баҡсаһында ҡарбуз да үҫтерә. Быйыл йәй һыуыҡ һәм һуң килеүенә ҡарамаҫтан, йылы яратҡан тәмле емеш өлгөрә лә башлаған! Уңған ҡулда -бәрәкәт тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул!

✅Ҡайнатма


1 кл ҡарбуз өсөн 1,5 кг шәкәр, 2 г лимон кислотаһы йә ярты лимон һуты кәрәк.Ҡарбуздың тышын матурлап йыуғас, йәшел ерен генә алып әрсейбеҙ, шуны шаҡмаҡлап турап, ҡайнап торған һыуҙа ике минут бешерәбеҙ. Ике стакан һыуҙа шәкәрҙе иреткәс, бешеп сыҡҡан ҡарбуз ҡабығын һалып, ул үтә күренмәле булғансы талғын утта ҡайнатабыҙ, лимон кислотаһы йә лимон һуты өҫтәйбеҙ. Дөрөҫ итеп эшләнгән ҡайнатма зөбәржәт төҫөндә генә килеп сыға.


✅Туңдырма

Ҡазбуздың йомшағын һәм пломбир туңдырмаһын шаҡмаҡлап турап, ҡурай еләге, шәкәр өҫтәйбеҙ. Өҫтөнә сәтләүек һибәбеҙ, бөтнөк менән биҙәйбеҙ.


✅Цукат яһау
Ҡарбуз ҡабығын шаҡмаҡлап турағас, ҡайнар һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа 10 сәғәткә шәкәр сиробына һалып ҡуябыҙ, тағы бер ҡат бешереп алабыҙ.
Сироп былай әҙерләнә: кило ярым шәкәргә 4 стакан һыу ҡушып иретәбеҙ.Бешеп килгәндә бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы һәм бысаҡ осонда ғына ванилин өҫтәйбеҙ. Эҫе ҡарбуз ҡабыҡтарын киң һауытҡа бушатабыҙ, шәрбәте ағып бөткәнен көтәбеҙ һәм өҫтөнә тағы шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Ҡабыҡтар кипкәс, быяла банкала йә ҡағыҙ пакетта һаҡлайбыҙ.


✅Ҡарбуз балы
Ҡарбуздың һуты күләме биш тапҡырға кәмегәнсе ҡайнатабыҙ, шунан һуң ҡарбуз балы хасил була. Уны банкаларға ҡойоп һыуытҡыста һаҡлайҙар. Ҡышҡыһын сәй эсеүгә лә, бутҡаға һалып ебәреүгә лә, туңдырмаға өҫтәргә лә, торт биҙәргә лә ярап ҡала.

Ҡарбуз уңышы ла шәп!
Ҡарбуз уңышы ла шәп!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: