Мораҙым
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2022, 09:45

Урағай биҙәктәре

Болануттан ферментланған сәй эшләүгә йәмәғәтселек арыу ғына оҫтарып алды. Ни тиһәң дә экологик яҡтан таҙа ерҙә үҫкән үлән сәйҙәрен эсеү файҙалы ла, ышаныслы ла. Бикес ауылынан Гөлгөнә апай Вәлиева ла быйыл үлән сәйҙәрен мул әҙерләгән. - Болануттың өлгөргән ваҡытын көтөп кенә торабыҙ, сәскәһен йыймайбыҙ.  Сөнки бөтә шифаһы - япрағында. Бер аҙналыҡ эш инде. Алып ҡайттың һалдың түгел, серҙәре бик күп. Урын-еренә еткереп эшләйем тиһәң, бер аҙна ваҡыт кәрәк. Артыҡ күпләп эсеп тә булмай, бер ике аҙна эсәбеҙ ҙә ял итәбеҙ. Күстәнәскә биреп тә ебәрәм.Үлән сәйҙәре ҡышҡыһын айырыуса килешә. Мунсанан һуң йүкә балы ҡушып тороп эсеп ебәрһәң, шифа ғына инде, - ти Гөлгөнә апай.Әйткәндәй, Вәлиевтар  утыҙ йылдан ашыу ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Әлеге көндә уларҙың илле баш умарталары бар. Гөлгөнә апайҙың ҡартатаһы ла,  атаһы Нуритдин олатай ҙа заманында атаҡлы умартасы булған. - Эш һатыуҙа ла, аҡсала ла түгел. Күңел ҡәнәғәтлеге бирә ул беҙгә. Беҙ ошо мөхиттә тыуғанбыҙ, үҙебеҙҙе белгәне бирле ошо мөхиттә үҫкәнбеҙ. Был - беҙҙең йәшәү рәүеше, - тиҙәр улар.

Болануттан ферментланған сәй эшләүгә йәмәғәтселек арыу ғына оҫтарып алды. Ни тиһәң дә экологик яҡтан таҙа ерҙә үҫкән үлән сәйҙәрен эсеү файҙалы ла, ышаныслы ла. Бикес ауылынан Гөлгөнә апай Вәлиева ла быйыл үлән сәйҙәрен мул әҙерләгән. 

- Болануттың өлгөргән ваҡытын көтөп кенә торабыҙ, сәскәһен йыймайбыҙ.  Сөнки бөтә шифаһы - япрағында. Бер аҙналыҡ эш инде. Алып ҡайттың һалдың түгел, серҙәре бик күп. Урын-еренә еткереп эшләйем тиһәң, бер аҙна ваҡыт кәрәк. Артыҡ күпләп эсеп тә булмай, бер ике аҙна эсәбеҙ ҙә ял итәбеҙ. Күстәнәскә биреп тә ебәрәм.Үлән сәйҙәре ҡышҡыһын айырыуса килешә. Мунсанан һуң йүкә балы ҡушып тороп эсеп ебәрһәң, шифа ғына инде, - ти Гөлгөнә апай.

Әйткәндәй, Вәлиевтар ҡортсолоҡ менән утыҙ йылдан ашыу шөғөлләнә. Әлеге көндә уларҙың илле баш умарталары бар. Гөлгөнә апайҙың ҡартатаһы ла,  атаһы Нуритдин олатай ҙа заманында атаҡлы умартасы булған. 

Умарталыҡтары ла экологик таҙа ерҙә - Бикес менән Тәүәкән араһындағы Сыбартау итәгендә урынлашҡан. Төрлө шифалы үлән-сәскәләргә, йүкә ағастарына бай урын ул. 

- Йүкә хәҙер сәскә атып бөттө, балын айыртып алдыҡ. Ул бөтөүгә ҡарабойҙай эҙләп китәбеҙ. Баҫыуҙың үҙенә үк барып ултырабыҙ. Унан сират көнбағышҡа етә. Бик ҙур эш ул ҡортсолоҡ. Эш һатыуҙа ла, аҡсала ла түгел. Күңел ҡәнәғәтлеге бирә ул беҙгә. Беҙ ошо мөхиттә тыуғанбыҙ, үҙебеҙҙе белгәне бирле ошо мөхиттә үҫкәнбеҙ. Был - беҙҙең йәшәү рәүеше, - ти Вәлиевтар. 

Гөлгөнә апай сәскә-гөлдәр ҙә яратып үҫтерә. Ишек алды, баҡсаһы, хатта тәҙрә төптәре уның һәр ваҡыт шау сәскә. Хатта исем-атамаларын да теүәлләп бөтөү мөмкин түгел ул үҫтергән гөлдәрҙең. Ҡул эштәренә лә маһир хужабикә. Ул бәйләгән ултырғыс, диван япмалары, селтәрҙәрҙе хатта заказ менән һораусылар күп. Рәсүл ағай ҙа алтын ҡуллы, ниндәй эшкә тотоһа ла, булдыра. Бигерәк тә ағас эштәренә оҫта. Егәрле уҙаман ябай ғына ағас киҫәгенә "йән өрөп" тигәндәй, ҡупшы ғына әйбер ҙә эшләп ҡуя. 

 

Урағай биҙәктәре
Урағай биҙәктәре
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: