Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2022, 10:54

Әҙәби донъя

Үҙең тыуып үҫкән төбәктә сәйәхәт итеү проекты буйынса "Өмөт" ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль реабилитациялау ойошмаһы Мораҡ- Туйымбәт - Мәҡсүт маршруты буйынса өлкән йәштәреләр өсөн экскурсия ойошторҙо. Уларҙы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеван йорт-музейында Зәбирә Кәримова, Лилиә Протасова, Фәнис Мөхәмәтшин ҡаршы алып, мауыҡтырғыс экскурсия үткәрҙеләр. 

Күптәр был музейҙа беренсе  тапҡыр килгән. Олуғ яҙыусының тормошо һәм ижады менән яҡындан танышҡандан һуң төркөм Мәҡсүт ауылына юлланды. Бында улар "Бәндәбикә кәшәнәһе"н ҡараны. Экскурсияны алып барған Зәйтүнә Әбдрәшитова был ҡомартҡының үҙенсәлекле тарихын да һөйләне. Кәшәнәнән алыҫ түгел ерҙә ошо уҡ исемле шишмә лә бар. Мәҡсүт ағинәйҙәре бағып торған шишмә бынан 5-6 йыл элек төҙөкләндерелде. 

Әҙәби донъя
Әҙәби донъя
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: