Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2022, 12:00

Бөгөн - Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө

Мораҡтың Дан аллеяһында ошо уңайҙан тантаналы митинг үтте. Төрлө йылдарҙа хәрби хеҙмәттәрен Һауа-десант ғәскәрҙәрендә намыҫ менән үтәгән, ҡыҙыу нөктәләрҙә - Афған, Чечен яуҙарын үткән “зәңгәр береттар” район хакимиәте вәкилдәре менән берлектә “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә сәскәләр һалды. Арабыҙҙан киткән яугир ветерандарҙың яҡты иҫтәлеге бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.  Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, хәрби комиссар Ришат Әминев, райондағы Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошмаһын етәкләүсе Илшат Ташбулатов десантсыларҙың илебеҙ именлегенә индергән өлөшөн билдәләп, уларҙы байрам менән тәбрикләне.  

Бөгөн - Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө
Бөгөн - Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө

Мораҡтың Дан аллеяһында ошо уңайҙан тантаналы митинг үтте. Төрлө йылдарҙа хәрби хеҙмәттәрен Һауа-десант ғәскәрҙәрендә намыҫ менән үтәгән, ҡыҙыу нөктәләрҙә - Афған, Чечен яуҙарын үткән “зәңгәр береттар” район хакимиәте вәкилдәре менән берлектә “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә сәскәләр һалды. Арабыҙҙан киткән яугир ветерандарҙың яҡты иҫтәлеге бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.

 Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, хәрби комиссар Ришат Әминев, райондағы Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошмаһын етәкләүсе Илшат Ташбулатов десантсыларҙың илебеҙ именлегенә индергән өлөшөн билдәләп, уларҙы байрам менән тәбрикләне.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: