Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2022, 02:33

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

Йәйҙең йәмле көндәренең береһендә хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Юлдыбай ауылында «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамы үтте, ошо ауылда тыуып үҫеп сит яҡтарҙа тормош көтөүсе ҡыҙҙар тыуған ауылына йыйылды.   Байрам обелискыға сәскәләр һалыуҙан башланды. Оло инәйҙәр, апайҙар, йәш ҡыҙҙар "Сәхибә" мәсетенә инеп, ил-йорт именлегенә бағышлап доға ҡылды. Артабан элекке ваҡыттағы һымаҡ йәш ҡыҙҙар, апайҙар, инәйҙәр биҙәкле биҙрәләрен көйәнтәләргә элеп, урам буйлап "Ҡайынтау" шишмәһенә юл тотто. Юл буйына Таһир Ишемов гармунда уйнап бейетһә, ҡыҙҙар үҙҙәренең йырлап үҫкән элекке йырҙарын көйләне. Мөлдөрәмә тулы күнәктәрҙәге шишмә һыуынан сәй ҡайнатырға Фәниә Аллағужина менән Роза Ҡунысбаева апайҙар самауырҙарға ҡуҙ һалып та ебәрҙе. Аш-һыу әҙер булғансы ҡунаҡтар сәхнә эргәһендә йыйылып байрам концертын ҡараны.Концерт барышында сәхнәгә 1945 йылдан 2000 йылға тиклем тыуған ҡыҙҙар саҡырылды. Һәр сыҡҡан төркөм тылсымлы сәскәнең тажын өҙөп, наказ үтәнеләр. Йәш саҡтағы йырҙарын, таҡмаҡтарын йырланылар,бейенеләр, шиғырҙар укынылар, мәктәп йылдарындағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын, көләмәстәр һөйләп үттеләр.

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылғаҠыҙҙар ҡайтты ауылға
Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

Шулай уҡ концертты Хәйҙәр, Фәрүәз, Гүзәлиә Миңлебаевтар, Елена Киршина, Эльвира Мырҙабулатова,  Элина Иҫәнбаева, Роза Ҡунысбаева, Ринат Мырҙабаев, Таһир Ишемов үҙҙәренең моңло йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре менән биҙәне. Концерт аҙағында Хөснуллина Рәмзиә Рауил ҡыҙы ауылдаш ҡыҙҙарын байрам менән ҡотланы.

✨Ғөмүмән, байрамда ҡатнашыусылар фәҡәт яҡты тәьҫораттар менән тыуған еренән хәҙер донъя көткән ерҙәренә таралышты. Йәшлектәге иптәш ҡыҙҙары менән һөйләшеп, серләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Байрам аҙағында төрлө уйындар ойошторолдо, иҫтәлекле бүләктәр бүләк ителде һәм ҡунаҡтарға һүҙ бирелде. 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас