

Ялсы ауыл биләмәһенең мәҙәниәт усаҡтары балаларҙың ялын файҙалы һәм күңелле ойоштороуға ҙур өлөш индерә. Китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә саф һауала тыуған яҡты өйрәнеү буйынса дәрестәр үткәреп, ер-һыу атамалары, халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра.
- Йәй һиҙелмәй ҙә үтеп бара, балаларҙың ялы һөҙөмтәле булһын өсөн, беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә күп көс һалабыҙ. Балалар ҡатнашлығында фажиғәләрҙе булдырмау өсөн дә уларҙың буш ваҡыттарын кәрәкле йүнәлешкә бора белергә лә кәрәк бит. Бына әле яңыраҡ уларҙы тағы ла туплап алдыҡ, халыҡ уйындарын уйнаттыҡ, мәҡәл-әйтемдәр конкурсы үткәрҙек. "Теләү ҡыуағы" тигән топонимик атаманың килеп сығыу тарихын да балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Саф һауала сәй эсеп, йомаҡтар ҡойошоп, ял да итте, белемдәрен дә арттырҙы балалар, - ти Мөслимә Зәйнәғәбдинова.