Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2022, 15:41

Иң тәмле ҡымыҙ ҡайҙа?

Ҡымыҙсылар бәйгеһе республикала ун алтынсы йыл үткәрелә. Быйыл ул "Башҡорт аты" фестивале сиктәрендә Баймаҡ районында булды. 2014 йылда был мәртәбәле бәйге Күгәрсендә ойошторолдо. Бына шул беҙҙәге бәйгелә өсөнсө урын алған учалылар быйыл иң яҡшы ҡымыҙ номинацияһында еңеү яуланы. Ул йылды әлшәйҙәр беренсе ине, был юлы әлшәйҙәр икенсе урында билдәләнде. Баймаҡ ҡымыҙсылары - өсөнсө, ә Йылайырҙан Марат ағай Абдулов - "Иң тәжрибәле ҡымыҙсы" исеменә лайыҡ булды.  Беҙҙең райондан "Тәүәкән" йәмғиәте ҡымыҙсыһы Айһылыу Әмирова һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы унау исемлегенә инеп, бишенсе урында билдәләнде. 

Иң тәмле ҡымыҙ ҡайҙа?
Иң тәмле ҡымыҙ ҡайҙа?

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: