Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Июль 2022, 06:00

Эх, еләкле йәйҙәрем!

Бикбулат ауылынан беҙҙең әүҙем төркөмдәшебеҙ Миңзәлә апай Ғүмәрова әллә ҡайҙа алыҫҡа ла китмәй генә ауыл эргәһендә арыу ғына еләк йыйған. Уңған апайыбыҙ һеҙгә үҙе яратып бешергән тәмле еләк бәлеше рецебын да тәҡдим итә.  

- Был тәмле-татлы бәлеш өсөн 300 гр. еләк йә шул самалай еләк-емеш ҡайнатмаһы, 2 йомортҡа, бер стакандай йылымса һөт, самалап шәкәр, тоҙ, 100 гр аҡ май йә еҫһеҙ көнбағыш майы, 1 сәй ҡалағы аш содаһы һәм 100 гр. он. Барыһын да бергә ҡушып болғайһың, ҡаймаҡтан ҡуйы ҡамыр килеп сығырға тейеш. Оно әҙерәк булһа, өҫтәп ебәрергә була. Ошо массаға еләк ( ҡарағат, төшө алынған сейә һәм башҡа емеш-еләк тә ярай) йә еләк ҡайнатмаһы өҫтәп болғатабыҙ ҙа, уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейескә оҙатабыҙ. 

 Бешеп сыҡҡас та өҫтөнә шәкәр оно һибәбеҙ. Яңы йыйған еләктән бигерәк тә тәмле була, - ти Миңзәлә апай. 

 

 

Эх, еләкле йәйҙәрем!
Эх, еләкле йәйҙәрем!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас